Икмәк һәм йыр

Кем ҡулында икмәк яҙмыштары,
Кем ҡулында ерҙең яҙмышы,
Кем дүрт миҙгел баҫыу юлын айҡай –
Шуға булһын йырым-алҡышым!

“Иген икмәк – ыҙа сикмәк” тигән
Боронғолар һүҙе хикмәтле,
Михнәт-ыҙа аша тапҡанға ла
Ололаған кеше икмәкте.
Икмәккәйҙе кеше ололаған,
Аямаған йәнен тиктәҫкә:
Икмәк өсөн утҡа-һыуға ингән,
Ялыҡмаған бер ҙә икмәктән…

Ялҡытмаған кеүек көн дә икмәк,
Ялыҡмай ул иген игеүҙән.
Тарыҡмай ул һәр дүрт миҙгелдә лә
Туған баҫыуҙарҙы гиҙеүҙән.
Туған баҫыуҙарҙы гиҙеүҙән дә
Гүзәл нәмә бармы донъяла?!
Донъялары шунда теүәлләнә –
Көс һынарға көтһә киң ялан.

Көс һынарға көтһә киң яландар,
Ҡеүәттәре арта беләктә.
Ләззәт тапҡас хәләл хеҙмәтенән
Йыр урғыла ярһыу йөрәктән.
Йыр урғыла ярһыу йөрәгенән, -
Таша яңы уңыш шатлығы.
Асыҡлана бында игенсенең
Аҡ күмәстәй күңел сафлығы.

Аҡ күмәстәй күңел сафлығынан
Державама йәм-ҡот ҡунғанда,
Икмәк – беҙгә ризыҡ ҡына түгел,
Икмәк – сәйәсәт тә, туғандар!
Эйе, икмәк – сәйәсәт тә беҙгә:
Илдән-илгә дуҫлыҡ күпере.
Беҙ үҫтергән сиҙәм икмәге, тим,
Дуҫ өйөндә бешһен күпереп.

Дуҫ өйөндә бешһен ул күпереп,
Торһон нурлап табып өҫтәлен.
Ирекле көн, азат хеҙмәт өсөн
Көрәш сәме тағы өҫтәлер.
Көрәш сәме артһа ғына, нығыр
Дуҫлыҡ анты, намыҫ нәҙере.
Бүлешкәндән ысын дуҫың менән
Арта ғына икмәк ҡәҙере.

Икмәк ҡәҙере – уны бүлешеүҙә,
Икмәк тәме – ихлас теләктә.
Күңелдәр көр – ҡырҙа иген уңһа,
Яңғырар йыр, уңған икмәктәй.
Яңғырар йыр, уңған икмәк кеүек,
Данлап оло хеҙмәт батырын.
Саҡырыр йыр тағы игенсене,
Еңеүҙәргә дәртен арттырып…

Күкрәгеңә терәп,
Ҡайырып-ҡайырып,
Икмәк телеү генә еңел ул.
Икмәк өсөн кәрәк ут йоторға…
Аҙаҡ ҡына килә еңеүе.
Икмәк яҙмышында ҡуша булыр:
Игенсенең юлы буранда,
Йоҡоһоҙ төн…
Әсе ҡара тире…
Аяҡтарҙан тартыр бураҙна…

Бына шундай икмәк яҙмыштары…
Икмәк яҙмыштары хикмәтле:
Икмәк еҫе – оло ләззәт булһа,
Хеҙмәте лә уның хикмәтле.
“Иген икмәк – йәнгә ирмәк” тимәҫ
Икмәк хаҡын белгән игенсе.
Игенсе ул – атакала һалдат,
Атакала – шуға еңеүсе!

Кем ҡулында икмәк яҙмыштары,
Кем ҡулында ерҙең яҙмышы,
Кем дүрт миҙгел баҫыу юлын айҡай –
Шуға булһын йырым — алҡышым!