Икебеҙгә

Ҡунаҡ булып йомарт йәйҙә
Килеп индек алтын көҙгә.
Уҫаҡ-еңгә тәңкә һибә
Юлыбыҙға – икебеҙгә.

Ниәт – изге, өмөт – йүнле,
Япраҡ туйы алсаҡ көҙҙә.
Ҡарт имәндәр тос тубырсыҡ
Һибә юлға – икебеҙгә.

Ҡоштар китә, китә ҡоштар,
Ҡыштар етәр, етәр ҡыштар.
Осар ҡоштар һағыштарын
Ҡалдыралар икебеҙгә.
Ярай әле икебеҙгә...