(1997)
Һыйыр йылы килә,
Һыйыр йылы
Ниҙәр алып килер еремә?
Һөтө, наҙы, ҡото менән килһен,
Тик китмәһен донъя кирегә.
Һыйыр йылы...
Һыйыр егеп алып,
Әсәйҙәрҙең һабан һөргәне,
Бураҙналай яра күңелемде
Әсәй менән һыйыр күргәне...
Һыйыр йылы килә...
Әй, ҡыҙҙарым!
Әҙерләгеҙ ап-аҡ күнәктәр,
Һыйыр һауыу кеүек изге эшкә
Тотоноғоҙ ихлас теләктән.
Имсәктәрен йылы һыуҙар менән
Йыуып ҡына майлап алығыҙ,
Быҙауҙарын ҡушып эйҙерегеҙ,
Ағын күндәм бирер малығыҙ.
Һыйырығыҙ эйә -
Һый ҡороғоҙ,
Ҡоромаһын берүк ҡотоғоҙ.
Заман һөмһөҙ, һөтһөҙ булғанда ла
Бирешмәгеҙ, һап-һау тороғоҙ.
Һыйырығыҙ бары һөт-ҡот бирһен,
Егелмәһен ҡабат һабанға.
Әсәйҙәр ҙә һабан һабы менән
Зар яҙмаһын яҙын яланда...
Һыйыр йылы килә...
Тертләп китәм:
Ниҙәр булыр тағы еремә?..
Ҡото, моңо, ғәме менән килһен,
Тик китмәһен донъя кирегә!..
30.12.1996.