Һыуҙы саҡырыу

Ер аҫтынан һыу сығарҙыҡ —
Һыу саҡырҙыҡ яҡтыға,
Тере һыуҙай ҡәҙерле ул,
Тирең түгеп тапҡанға:
«Һыу, сыҡ! Әйҙә, өҫкә сыҡ,
Беҙҙең хәләл көскә сыҡ,
Ер аҫтында бикләнеп
Оҙаҡ ятма, йәһәт сыҡ!
Балсыҡтан сыҡ — баллы сыҡ,
Ҡомдарҙан сыҡ — татлы сыҡ,
Таштарҙан сыҡ — боҙло сыҡ,
Татырҙан сыҡ — тоҙло сыҡ,
Эзбиздән сыҡ — әсе сыҡ,
Мәтенән сыҡ — сөсө сыҡ...
Көмөштәй саф, таҙа сыҡ,
Төрлө тәмде алып сыҡ,
Ерҙең һутын һурып сыҡ!..
Саҡырғанда сығып ҡал,
Ипле һүҙгә ҡолаҡ һал!
Көн битендә ялтлап ят,
Иңкеү ерҙә ағып ят...»
Үтеп ете ҡат ер аҫтын,
Ҡом-таштарҙан һөҙөлөп
Мөғжизәһе тәбиғәттең
Сыҡты өҫкә үрелеп,
Тамды усҡа өҙөлөп...
Тәрәндәрҙән һыу сығарҙыҡ —
Һыу саҡырҙыҡ яҡтыға.
Йәншишмә һыуындай шифа
Күңел биреп тапҡанға...