Хәйбулла

Аҡ толомон сайҡап саҡырғанда

Күҙ күреме етмәҫ алыҫлыҡ,

Бөтнөк, әрем еҫе аңҡығанда

Йөрәккенәм  һурылып сығырлыҡ...

 

Хәйбулла

 

Ул далалар иркенлеге,

ҡырҙарының киңлеге!..

Еренең киңлеге  менән

бер дәүләткә тиңлеге.

Ул күк әрем, юшан еҫе,

бал ташыған күстәре...

Убаларҙа аҡ ҡылғандар —

сал тарихтың сәстәре.

Ул Һаҡмары — көмөш йүгән

урманда айыуҙарға,

Таналығы — ебәк ҡороҡ

баш бирмәҫ айғырҙарға.

Ул  тәбиғәт ҡырыҫлығы —

кешеләре йөҙөндә,

Шишмәләр сыңы — ҡурайҙа,

шоңҡар ҡараш — күҙендә.

 

Көнгә ҡарап, айға бағып,

афәттәрҙән өтөлөп,

Йәшәһә лә иманына

һаҡлай алған өмөтөн.

Ул халҡының ихласлығы,

йомартлығы, әҙәбе —

Барыһы ла үҙ еренән

һеңгән-күскән ғәҙәте.

Иген иле, тип, даланы

әйтмәйҙәр бит тикмәгә,

Өҫтәлдәрҙә иң тос өлөш —

хәйбуллалар икмәге.

Тупраҡ — зиннәт кенә түгел,

алтын — ерҙең аҫты ла,

Мәғдәнен ала белгәнгә

ҡуйынын ер асты ла...

 

«Ул әкиәт донъяһымы?

Шағир хыялбай була...» -

Тиһәләр ҙә

беҙгә ожмах —

 Йән төйәгем, Хәйбулла!..