Уҙған (2013) йыл минең өсөн һәр ваҡыттағыса ижади мөхитле булды. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына һәм башҡорт полктарының француз армияһын эҙәрлекләп, сит илдәргә походтары (1813-1814 йй.) хаҡында өр-яңы "Атлы бшҡорт" исемле поэмамдың "Ватандаш" журналында донъя күреүе - минең өсөн уңышлы ваҡиғаларҙың берәгәйлеһе. Ул хаҡта профессор Зиннур Нурғәлин үҙенең "Төнъяҡ амурҙары" тураһындағы ҙур күләмле мәҡәләһендә яҙып республика матбуғатында баҫтырҙы ("Башҡортостан" гәзите, үҙенең һуңғы осорҙағы юбилей китабы).
"Атлы бшҡорт" поэмаһына йәнә ғалимә, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина, офтальмолог, академик, йәмәғәт эшмәкәре Марат Аҙнабаев, хирург, профессор Марс Юлдашев, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов һ.б. үҙҙәренең ыңғай фекерҙәрен, хуплау һүҙҙәрен белдерҙе. Хәйбулла районының Аҡъяр 1-се һанлы урта мәктәбенең 9-сы синыфтарҙа уҡыусыларҙың дәрес-конференцияһында был әҫәр буйынса бик йәнле һөйләшеү үткәрелде. Балаларҙың авторға бик күп һорауҙары булыуы йәш быуындың башҡорт тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләүсе факттар.
Уҙған йылда Төрөк илендә сәйәхәттә булыу минең өсөн онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шиғриәт фестиваленә төрки телле халыҡтарҙың әҙиптәре, аҡындары, сәсәндәре, музыканттары - йөҙләгән кеше йыйылды. Был халыҡ-ара форум төрки телле халыҡтар өсөн уртаҡ булған мәшһүр шағир Ҡарасауғландың тыуыуына 407 йыл тулыуға бағышланды. Ә Ҡарасауғланға арналған шиғриәт байрамдары Төркиәнең Тарсус ҡалаһында йыл һайын үткәрелә. Беҙҙең ҡатнашлыҡтағы быныһы - 12-се тапҡырғы күркәм сара.
2013 йылда әүҙем эшләгән ҡәләмдәштәремдең ижадына ла битараф булманым: республика матбуғатында тиҫтәгә яҡын мәҡәләләрем донъя күрҙе. Шулар араһынан күренекле шағир, фронтовик, БР-ҙың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Муса Ғәлиҙең поэтик мираҫы хаҡындағыһын ("Илһамлы йырҙай ижад"), Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев ("Ғасырлардан өстөн шиғриәт"), Абдулхаҡ Игебаев ("Сал Ирәндек йырсыһы"), Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың ижадына байҡау ("Шағир янмаһа, кем яныр!"), С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов тураһында ("Халыҡсан шиғриәт"), йәш прозаик, өмөтлө яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесына рецензия ("Прозабыҙҙа яңы һүҙ") һ.б. телгә алып китергә булыр.
Ғөмүмән, уҙған йылда Башҡортостандағы әҙәби процесста һәм әҙәби мөхиттә ҡайнап йәшәлде. Аллаға шөкөр!
Уҙған йыл аҙағында (ноябрь) тыуған яҡтарымда бер аҙналыҡ сәфәр ойоштороп, байтаҡ яңы осрашыуҙар шатлығы кисерҙем. Целинный урта мәктәбе музейында миңә 1987 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең килеүе хаҡында һөйләгән 2 фотоһүрәт бүләк иттеләр. Районда ул мәлдә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре үткәйне. Шунда М.Кәримдең хеҙмәттәше, дөрөҫөрәге фронтташ дуҫы Хөрмәтулла Аманбаев менән 43 йылдан һуң осрашыуы бик иҫтәлекле ваҡиға булды. Мәктәп музейы был хәтирәләрҙе яңыртты.
Подольск, Мәмбәт, Сәғит, Әбүбәкер, Яңы Ергән урта мәктәбптәре төрлө форматта, бик һәйбәт, күңелле осрашыуҙар бүләк итте.
Район үҙәге Аҡъярҙа китапханалағы түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ижад хаҡында ла, китап таратыу, китап уҡыу турһында ла барҙы.
Аҡъяр 1-се һанлы урта мәктәбендә минең исемдәге класс-музейҙа ике асыҡ дәрестә ҡатнаштым. 5-се класс уҡыусылары минең "Тау эйәһе" әкиәте буйынса әңгәмә ҡорһа, 9-сы класс үҫмерҙәрен "Атлы башҡорт" поэмаһындағы күп тарихи шәхестәр ҡыҙыҡһындырҙы.