Һуңлаған аҙан

Кәмәлектең башы - Байғолдонан

Аҙан әйтһә иртән Йәүкәев,

Аҙансының моңло, көр тауышын

Бар тирә-яҡ таныр йәүкәһеҙ.

 

Был аҙанды һаман ишетә кеүек

Ишембай, Әкер, Ураҙай, Ғабдулла,

Әлим, Әмин... - Тағы әллә күпме

Кәмәлеккәй буйы ауылдар...

 

Һарытауҙың моңһоу ауылдары,

Яҙмышығыҙ һеҙҙең ауышты.

Мин дә һеҙгә аҙан ҡысҡырамын,

Ишетәгеҙме минең тауышты? –

Әлим!  Әмин!  Әкер!  Ураҙай!..

 

Яуап бирмәй инде ул ауылдар...

Һуңға ҡалды микән аҙаным?

Улар инде ҡабат уянмаҫтар,

Оран һалма күпме аҙарып...

 

Юҡ, шулай ҙа тауыш бирәйексе,

Кәмәлеккәй зарҙан тулһа ла.

Бәлки шунда берәй милләттәшем

Килеп сығыр... аҙашып булһа ла.

 

Көттөк аҙансыны.

Ҡояш батты,

Ҡарап торҙоҡ күҙҙән яҙғансы...

Өмөтбай Йәүкәев булған икән

Кәмәлектә һуңғы аҙансы.

 

2005.