Һуңғы туй

ҺУҢҒЫ ТУЙ

 

Ҡәҙерле әсәйебеҙ —

Фәрхиямал Нуриямал

ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә.

 

1

Күкрәк ситлектәрен ярып сығыр

Тынғы белмәҫ йәне — ҡошсоғо —

Инде нисә көндәр үрһәләнеп,

Тәгәрәп тә төшә тонсоғоп.

Сығарырға типме шул ҡошсоҡто

Ҡанат киреп осор киңлеккә,

Эй ялбара әсәй,

Аҙарына,

Саҡырғандай илде мәрхәмәткә,

Миһырбанға, сабыр тиңлеккә...

 

2

«— Ас әле, ас, балам! Ас инде, ас!..»

Шул һүҙендә уның күпме уй,

Күпме һағыш... Яҡты донъя менән

Һуңғы айҡашыу һәм

һуңғы туй...

Шул уйында уның —

Кешеләргә

Аҡ өмөтө, изге теләге,

Хаҡ ниәте...

Ә үҙенә бары —

Йотом һауа,

Йәнкәйенә һуңғы бүләге.

Балалары — күҙе алмалары —

Белмәгәс ни әсә теләген,

Асмайҙар шул асыр ғәләмәтте,

Әйтерһең, бер бурыс түләүме?!

 

3

«— Ас, ас! Ас әле, ас!..»

Нимә тигән һүҙе икән уның?

Нимәне һуң кәрәк асырға?

Ишектеме астыралмай әсәм?

Эҫенәнме итә ҡасырға?..

Юрғанынмы әллә асырғамы? —

Ул бит асыҡ инде бөтөнләй.

Тыны ҡурылалыр,

янып барғас,

Күлдәккәйе нисек өтөлмәй!?

«— Ас инде, ас!..»

Әллә берәй серле һарайҙарҙың

Аса алмай микән ишеген?

Улай тиһәң, уға храм ниңә? —

Ауыл өйө — ғүмере бишеге.

 

4

«— Ас әле, ас!»

Әллә уны бикләп ҡуйғандармы

Ныҡ яғылған ҡыҙыу мунсаға?

Ҡыҙыулығы әллә оҡшағанмы

Жнейкаға — утлы ҡулсаға?

«—Ас әле, ас!..»

Ҡышҡы селлә өйгә ботлап инә,

Асҡан һайын апай ишекте:

 — Асыҡ бит һуң ана,

асыҡ тора!..

Беҙ әйткәнде әсәй ишетмәне,

Бер Тәңреһен генә ишетте...

 

5

«—Ас, ас инде!..»

Был инәлеү ҡатыш ялбарыуҙа —

Йән һыҙлатыр тәҡдир тауышы,

Түҙемлеге етмәй күп кешенең,

Ишетмәмешкә йә һалыша,

Онотолор, үтер, тип йыуана;

Онотолмай, үтмәй ул тойғо.

Янып барған йөрәк уттарына

Һүндергәнсе килә һыу ҡойғо!

«Ас!..»

Ах ошо хәлһеҙ генә тауыш —

Бәғзеләрҙе ҡуя киҫәтеп:

«Йәшәү өсөн ҡырталашыр кәрәк!

Ятмаҫ кәрәк, елдәр иҫә тип!..»

 

6

 

— «Ас инде, ас!..» —

Айбарланған тауыш

Бүлә кеүек елдәр иҫкәнен,

Туҡтатҡандай йылға аҡҡанын да,

Ҡаялар ҙа ҡуя һиҫкәнеп...

Ҡарт әсәнең ипле өндәшеүе

Йәшерен тел кеүек, сер кеүек,

Әллә ниндәй диуарҙарҙы ватыр

Тауҙан осҡан хәтәр сел кеүек.

Төнөн ул өн өй һиллеген тишә,

Көнөн нурҙар менән ярыша,

Туң йөрәктәрҙе лә имшетә бит,

Ете яттар менән таныша...

 

7

«— Ас әле, ас!..»

Әллә уны бикле тоталармы

Ҡуҙҙай баҙлар тимер мейестә? —

Ни гонаһы өсөн бындай яза?

Раббы ишетергә тейеш тә!..

Әллә баҫлыҡтырыр йөк ятамы

Өҫтөн ҡаплап, ауыр юрғандай? —

Тормош йөгө ғүмер баҡый булды

Индәрендә тауҙар торғандай.

Һинең кеүек ирһеҙ тол ҡатындар:

Латифалар, Ғәтифәләр, Хәтимәләр

Был тормоштоң хәтәр йөктәрен

Күтәрҙеләр,

үткәрҙеләр, сүкмәнеләр,

Терәнеләр илдең күктәрен...

 

8

«—Ас инде, ас...»

— Зинһар, тыңла, әсәй!

Хәҙер инде ишет мине лә:

Йома көндө

изге сәғәттәрҙә

Фәрештәләр ҡунған иңенә,

Нимә өсөн йәшәнең һин ерҙә, —

Уйламаның уны һис бер ҙә,

Бары балаларың бәхетенә

Ут-һыуҙарҙы булдың кисергә.

Биләүеңдән алып,

көндән-көнгә

Яҡты донъя ихлас асылды.

Ҡара көндәрен дә аҙ булманы,

Күп ишектәр ҡаты ябылды.

Күпмеләрен үҙең асып индең,

Баш эймәгәс, бәреп башыңды.

Ғорурлығыңдан вә ҡөҙрәтеңдән

Ҡай бер ишек үҙе асылды...

 

9

— «Ас әле, ас!»

Әйтерһең дә үткән бар ғүмерең

Ошо һүҙҙәр хаҡы булғанмы,

Тормошоңдоң әсе асылы ла

Асҡыс кеүек һүҙгә һыйғанмы?

Бер тамсы һыу,

Тик бер һалҡын һулыш

Йән өрөр ҙә кеүек яңынан,

Ҡотҡарыр ҙа,

Ҡабат ҡот ҡойор ҙа,

Әжәлдәргә дарыу табылһа...

 

10

— «Ас, ас, ас...»

Ҡолағымда оҙаҡ яңғырап тора

Әсәйемдең сабыр тауышы,

Йыһандарға ашыр һағышы ла

Ғүмеренең йырҙай ағышы...

Сәғәт һуға,

Өйгә моң тарала.

 

Йәшәү менән Әжәл алыша.

Береһе уның:

әле Йәнде һаҡлай,

Икенсеһе:

Өҙөп китергә тип һалыша...

 

11

Михнәт сигеп,

сығып киттең, Әсәй,

Ҡапҡаһынан Теге донъяның.

Ә беҙ... ҡалдыҡ...

Һинһеҙ  йәм ҡалдымы,

Ҡото ҡайҙа тыуған ояның?

Ә Раббыбыҙ,

мөҙҙәт етеү менән,

Ожмах ҡапҡаларын асты ла

Юлдарыңа теҙҙе шәмдәлдәрен,

Изге сыраҡтарын яҡты ла...

 

Ҡара төндө йәшен яҡтыртҡандай,

Аңды телеп үтте таңғы уй.

Тәүге нурҙар менән ҡайтты һиллек.

Тамам ине шунда һуңғы туй...

 

12

 

Ҡышҡы селлә,

ә ҡар аҫты иреү,

Ер тын ала – ята боҫорап.

Майҙай йомшаҡ тупраҡ,

ҡаҙыу еңел,

Йып-йылы быу килә соҡорҙан.

 

Һулыш ала әллә әрүахтармы?

Зыярат бит бында күптәнге.

Тупраҡ ҡатламдары үтәһенән

Уҡып-тойоп була үткәнде.

 

Ерҙең кәҫен – ер тиреһен тунап,

Өйөп ҡуйҙыҡ, уның үҙ рәте.

Ҡара тупрағын эй йәлләмәгән,

Ҡалын һалған Хоҙай ҡөҙрәте!..

 

Ҡояшлы көн. Тымыҡ. Ҡар шығырҙай.

Ҡоштар сыр-сыу килә кинәнеп.

Буран мәлдә бындай һип-һил көндө

Һорап алып булмай инәлеп.

 

Бөгөн йома – Хоҙай тәғәләнең

Изге көнө – күңел көткәне.

 

Күк менән Ер, донъя яратылып,

Тәбиғәттең байрам иткәне.

 

Йәне йәннәттәргә инеүен дә

Аллаһыбыҙ үҙе хупланы.

Изге көндә

Баҡый йорт алдына

Беҙҙе йыйҙы, бергә тупланы.

 

Ерҙә аҡлыҡ, сафлыҡ тантанаһы,

Гонаһ-золомдарҙың бөткәне.

Өҫтөбөҙгә йым-йым тәңкә һибеп,

Күңелдәргә изге уйҙар иңеп,

Тәбиғәттең байрам иткәне…

 

2001-2002.