Хәтәр йөктәр төшкән мәлдә...

Хәтәр йөктәр төшкән мәлдә
Түҙер ине иңдәрем,
Ауыр ҡайғы ауған саҡта
Түҙһәң ине, йәндәрем!

Бөктө лә һындырҙы тормош
Шыйыҡ талдай сағымда.
Инде һөйән кеүек ҡатҡас,
Һындырмаҡсы тағы ла.