Хәтер ҡапҡаһы

Кеше юлда.
Һәр бер боролошта
Ҡаршы ала Өмөт, Хыянат.
Ғүмер — арба.
Уны тартып бара
Аҡъял-аҡыл,
Ярһыу Хыял-ат...
Килеп еттем Хәтер ҡапҡаһына.
Әйтәсәктәр: ниндәй юлаусы?
Арбаһында йөгө ниндәй икән?..
Йөгөм — йомаҡ,
Ваҡыт — юраусы.

Йылдар,
тиҫбе кеүек,
бер-бер артлы
Сират күперенән үткәндәй,
Үтә генә Хәтер ҡапҡаһынан
Шымып, үрәпсеп, йә өрккәндәй.

Тиҫбемдәге төймәләрем әле
Күп тә түгел — илле ни бары.
Хәтер үлсәй:
Ҡайһыларын тартҡан Аҡъял-аҡыл,
Ҡайһыларын — Хыял толпары?

Намыҫ һанап тора,
һоноп тора
Ваҡыт хөкөмөнә берәмләп.
Хыял күберәк янда булған икән,
Урап йөрөгән Аҡыл тирәмдә...

Тиҫбемдәге илле аҡыҡ төймәм
Үтеп сыҡты хәтер ҡапҡаһын.
Күрәм:
Аҡыл булған – мисәү атым,
Хыял-атым төптә тартҡанын…

Ниәттәрем юлға йәһәтләшә,
Выждан ала туҙмаҫ сыбыртҡы.
Һырт ҡабартып ята алда офоҡ…
Булмаһын тик аттар сығынсы.

Көн ауалай.
- Әйҙә, бер фатиха!
Заман еле игәй йөрәкте…
Туҡта!
Ҡалған юлға аттарымды
Алыштырып егеү кәрәктер!..