Шиғырҙарым!
Ҡайҙа олаҡтығыҙ,
Ҡурҡтығыҙмы сит-ят телдәрҙән
Минең телгә килеп ингән “Вексель”,
“Акциз”, “Кредит”. “Дисконт”,
Йә “РНО”
кеүек шаҡы-шоҡо һүҙҙәрҙән
Оялыпмы
Әллә тибелепме,
Биҙҙегеҙме туған өндәрҙән?
Биҙҙегеҙме минең рухиәттән,
Һушты алыр дала әреме! –
Тын туғайҙа көмөш ысыҡтарҙың
Ҡыңғырау сәскәләргә бәрелеп
сыңлауҙары!.. –
Йә бер һылыу ҡыҙҙың
Томан кисеп һыуға төшөүе,
Күҙен асҡан томбойоҡҡа ҡарап,
Татлы-йәшле уйҙар кисеүе!... –
Әсәйемдең, биҙрә зыңғылдатып,
Гөбөр-гөбөр һыйыр һауыуы,
Ауылымдың йылы һөттәй инсаф
Бер көнөнөң тағы тыуыуы!.. –
Биҙҙегеҙме минең йән тупһамдан
Күңел көмбәҙемә инеүҙән?... –
Сөнки унда
Түргә ҡунаҡлаған
“Дебит”, “Кредит” тигән киҙеүҙәр! –
Яңы тыуған күпме китаптарҙы
Алып ташлар бишек-биләүҙән...
Йүгерәһе ине, юҡ, ҡасаһы
Яланаяҡ, асыҡ иҙеүҙән
Зәңгәр яҙҙарыма,
Һил таңдарға,
Бойоғоп ҡына аҡҡан йылғама...
Сеү! Аллам бит:
“Туҡта, ҡолом!” – тине,
Донъя шаулай,
Илем болғана...
Мин дә шаңҡып, тәкмәсләп тә китәм,
Был тормоштан күңел болғана...
Шиғырҙарым!
Һеҙҙән үтенәмен,
Дауыл ҡошо булып осоғоҙ,
Йөрәк моңом,
хисем,
ярһыуҙарым,
Заман хәүефтәрен уҙығыҙ!..
1998, сентябрь