Хистәрем минең – ярты Ай...

Хистәрем минең – ярты Ай,
Балҡыр-балҡымаҫ тора.
Болоҡһоуым – иренсәк тай,
Ярһыр-ярһымаҫ тора.

Йөрәгем – бөтәшер яра,
Әрнер-әрнемәҫ тора,
Дауалары – далаларҙа
Күренер-күренмәҫ тора.

Күңелем – болотло көндәй,
Бер – күләгә, бер – сыуаҡ…
Һин дә миңә ниңә шулай:
Бер – мөһабәт, бер – ыуаҡ.
Бер – мөхәббәт, бер – хыял…