Хис диңгеҙе

 

Элекке матросҡа, күренекле шағирға –

ҡәләмдәшем Ирек Кинйәбулатовҡа.

 

Илгә-көнгә ярып килеп индең,

Иңдәреңдә — диңгеҙ елдәре.

Ең һыҙғанып, зиһен-сәмең егеп,

Кирҙең ауыр ижад елкәнен.

 

Сал диңгеҙҙә сая моряк инең,

 Кәрәк ине һинең киң күкрәк.

Әле — ижад даръяһында маяҡ,

Эҙләгәндәргә юл һин — терәк.

 

Хәҙер һиңә донъя, барлыҡ ғаләм -

Хис диңгеҙе, тойғо баҫыуы.

Кемдер сумһа, таштай батыр ине

Һин йөҙәһең иркен, таҫыллы.

 

Аунап үҫтең атай баҫыуында,

Ҡамылдарҙа ярып табаның,

Бөгөн илдә, алтын тирең түгеп,

Аҡыл бөртөктәре табаһың.

 

Эй болғауыр дәүер!..

Унда бата

Иманһыҙ ҙа, бергә динһеҙ ҙә.

Ҡотҡарыусы ҡулса кеүек —

Һине

Ырғыталар утлы диңгеҙгә!

 

Юҡ, юҡ,

Ырғытмайҙар,

Һин бит үҙең

Һынағанға күптән самаңды,

Ташланаһың урғып, ҡайнап ятҡан

Даръяһына алҡын замандың!

 

Бирешерлек түгел дауылдарға,

Аҙымың ныҡ, баҙыҡ баҫыуың.

Барлыҡ башҡорт иле

Булып ҡалыр

Үҙ биләмәң — атай баҫыуы.