Хис-дарьяңда кәмә...

 

 «Ниңә ҡайттым», — тиеп үкенәһең,

Үҙең ҡайтып еттең ашҡынып.

Ниңә инде быуып тотоу кәрәк

Йөрәктәге хистәр ташҡынын?..

 

Хис-тулҡының, соңғолдарҙан  тартып,

Йәшел өмөт-ярға бырғаны.

Киңлектәргә  остом, һөйөүеңдең

Шифа моңдарына сорналып...

Һүҙҙәреңде кире ал, аҡыллым,

Үкенәһе булма бүтәнсә.

Хис-дарьяңда мин бер кәмә булып

Сайҡалһам да риза үлгәнсә.