Һине эҙләп

 

Баҫыуҙарға сыҡтым һине эҙләп...

Табалмағас, йөрәк һулҡыны.

Сәстәреңдең етен төҫөн алған

Башаҡтарҙың шаулы  тулҡыны.

 

Күл буйына килдем һине эҙләп...

Ҡамыштарҙың һөйҙөм биленән.

Шуҡ тулҡындар: «Уңған ҡыҙҙар беҙгә

Ҡояш батҡас  килә...» — тинеләр.

 

Төн йөҙөндә һанһыҙ йондоҙ  янды,

Бураҙнаға ятҡан орлоҡтай.

Ҡош юлынан яуҙы устарыма

Тос бөртөктәр аҡыҡ ҙурлыҡта...

 

Бер ерҙән дә һине табалманым...

Юл күрһәтте компас-Етегән:

Һин баҫыуҙа һаман.

Ут-ҡулдарың

Башаҡтарҙан бәхет-нур игә.

 

Төн ҡараһын ярып, ҡырға сыҡтым,

Уттарыңа бағып, юҡһынып.

Сәстәреңдәй наҙлы, яҡын миңә

Башаҡтарҙың йылы тулҡыны...