Һиңә генә таныш был шиғырҙар...

***
Һиңә генә таныш был шиғырҙар,
Һиңә генә мәғлүм был моңдар,
Уртаҡ булған кеүек үткән юлдар,
Йоҡоһоҙ төн, йәйге ал таңдар...

Йырҙарыма талмаҫ ҡанат ҡуйҙы
Күңелдәре менән бөйөктәр,
Иркен дала, тауҙар, ҡалын урман,
Ирек тойоп сапҡан кейектәр...

Шыбырланы миңә шиғырҙарҙы
Әсе әрем, талдар, ҡамыштар...
Ҡалды инде улар алыҫтарҙа,
Юҡһыныуҙа, бөтмәҫ һағышта.

Миңә генә улар асылдылар,
Хыялдаш һәм серҙәш иттеләр,
Һүнмәҫ усаҡ булып ҡабындылар,
Изге моңдай йәнгә үттеләр...

Мин уларҙы гел дә һағынамын,
Һағынғандай тәүге хистәрҙе,
Йондоҙҙарҙай ҡабат ҡабынамын,
Кисерергә үткән кистәрҙе...

Һиңә генә таныш шиғырҙарым
Хәтер булып осһон талпынып,
Һиңә генә бары шыбырлаһын
Йөрәгемдең һағыш ялҡынын...