Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар, һаумыһығыҙ!
Һеҙҙе һағынып ҡайтты күпме туғанығыҙ!
Күҙ алдына килә барса уҙғанығыҙ,
Янғаныбыҙ, туңғаныбыҙ, уңғаныбыҙ…

Байрам көндә кисерәбеҙ бөтәһен дә:
Шатлыҡ йәше, йөрәктәрҙе өтәһең дә!
Хаҡ хыялым, күкрәгемде барма ярып,
Аҡ һағышым,
өтмә йәнем, ялҡынланып!..
Ер ҡәҙерен белгән атай-олатайҙар,
Ер арҡыры сыҡҡанда ла бола-дауҙар,
Мөҡәддәс зат күреп ерҙе һаҡлағандар,
Улдарына аманатҡа бағлағандар.
Телдең бәҫен,
моңон тойған өләсәйҙәрем,
Ырыуымдың айбар рухлы сәсәндәре,
Иман булып шытып сығыр сәскәнегеҙ,
Фәһем булыр хәсрәт-даръя кискәнегеҙ.
Усаҡ янһын,
сәй ҡайнаһын һәр бер көндә,
Бала тыуһын,
бәхет тулһын һәр бер өйгә.
Тыуған яҡты, ауылдаштар, онотмайыҡ!
Йөрәктәрҙең уттарын беҙ һыуытмайыҡ!
«Һаумыһығыҙ!» —
тип әйтергә бер-беребеҙгә,
Ауылдаштар, яҙһын гел дә,
яҙһын гел дә!

3 июль, 1993 йыл.