Хат алдым…

Һинән, ниһайәт, хат алдым,
бәғерем!
Беләм йөрәктән сыҡҡан һүҙ
ҡәҙерен.
Көтөп хатыңды нисә көн
зарыҡтым,
Хәсрәтле донъянан тамам
тарыҡтым.
Ярҙамға әҙер булғаның өсөн дә
Аҙаплы юлда өҫтәлде
көсөм дә.
Арыу-талыуһыҙ мин хәҙер
эшемдә!..
Тик һинән хат алдым… бары
төшөмдә.