Һарытау башҡорттары

Һарытауҙың тупрағына

Береккән кендегегеҙ.

Уралыбыҙҙан бүленеп,

Хаҡ яҙмышҡа күндегеҙ.

 

Тамырҙарығыҙ – Уралда,

Асыл Башҡортостанда.

Шәжәрәгеҙ – һәр ырыуҙа,

Туғанлыҡ – телдә, ҡанда.

 

Кәмәлек буйҙарын йәмләй

Һарытау ауылдары,

Берүк ботарлап үтмәһен

Замана дауылдары.

 

Бөйөк Һырт өҫтәре әллә

Яҙын лаулап янамы? –

Был – яҙһылыу ер түшенә

Ләлә шәмдәр ҡаҙаны.

 

Кәмәлек, Ырғыҙ һыуҙары -

Һыуһындарың ҡанмалы.

Тюльпандар яҙ ялҡынланһын,

Ерегеҙ генә янмаһын!

 

Томандар ҡуйырғанда ла

Янһын рухың уттары.

Тарҡалмағыҙ, аҙашмағыҙ,

Һарытау башҡорттары,

Һарытау башҡорттары!

 

2005.