Һамарҙарға әйтелгән өгөт

Аҡмуллалар, Зәки, Вәлидиҙәр

Асҡан беҙгә аҡыл һандығын.

Ошо һандыҡтағы аҡыҡтарҙы

Хәмсергә тип күпме аңдыған

Хас дошмандар.

Быуат-быуат янда

Абынғанды көтөп һағалай,

Алыштарҙа беҙҙе йығырға, тип,

Аҫтыртын йән ала яғанан.

 

Бирешмәгән бабам,

бил бирмәгән

Һабантуйҙа, дауҙа, яуҙа ла,

Ғорур башын эйә белмәгән ул

Үткән саҡта уттан, һыуҙан да.

Ғазраилдар халыҡ батырҙарын

Ҡабырғанан күпме аҫмаһын,

Яу-ҡырғында нисә янһа янған,

Уралынан башҡорт ҡасмаған…

 

Аҙ ҡалдыҡ, тип, алдан бөлөнмәйек,

Элмәктәргә үҙебеҙ кермәйек.

Башҡорт – бахыр, маңҡорт, моңһоҙ, тиеп,

Үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлмәйек.

Уяндыҡ, тип бөгөн һөйөнһәк тә,

Иртә туғарылып китмәйек,

Бешкән ҡаластарын оло ағай

Алға ҡуйыр, тиеп, көтмәйек.

Һабандарға үҙебеҙ егеләйек,

Ил ҡырында эштән тирләйек,

Рухыбыҙҙы тиҙерәк тергеҙәйек,

Иман сәсеп, нурҙа үрләйек.

Һәҙиә апай беҙгә яҙып биргән

Башҡорт күңеленең байрамын.

Вәлидиҙәр һалған ҡулыбыҙға

Яуҙа янмаҫ көрәш байрағын.

 

Улар аманатын бетеү итеп,

Көнләштереп донъя көтәйек.

Шанлы Ырғыҙ буйын яңғыратып,

Кәрәлеккәй буйын шаңғыратып,

Ғүмер йомғаҡтарын һүтәйек.

Милләттәштәр, бушҡа бөлөнмәйек,

Кемдер хөситенә инмәйек.

Әҙәм ышанмаҫты ысын, тиеп,

Үҙебеҙҙән үҙебеҙ көлмәйек!

 

2005, Һамар өлкәһе.