Ете яттай, моңһоу сырай менән
Ҡаршы ала беҙҙе Самара.
Ауылдарҙа һәр бер өй күҙенән
Ҡайнар йәштәр тора тамырға.
Ете яттай, тимәй юҡтыр сарам —
Кендектәр бит күптән өҙөлгән.
Беҙҙе тоташтырған тамырҙар ҙа
Шәжәрәлә генә терелгән.
Бөрйән, ҡыпсаҡ, табын, үҫәргәндәр –
Һәр береһе ырыу ағасын
Ҡаҡҡан ерҙә ауыл ҡалҡып сыҡҡан...
Эх, булған бит нығыраҡ ҡағаһы!..
Ошо ерҙәр өсөн ҡан ҡойолған…
Тамғалар ҙа инде юйылған,
Атай нигеҙҙәрен һаҡлаусы бар,
Ҡай бер өйҙә усаҡ һыуынған.
Бына Хәсән .. .
Һәҙиә апай, һинең
Ҡалды микән бында эҙҙәрең?
Ауыл шиңә...
Яҡташтарың ниңә
Йәшерәләр бойоҡ күҙҙәрен ?
Һинең бөйөклөктө
Урамыңда
Урал ташы иҫкә төшөрә.
Үлмәҫ әҫәрҙәрең
ил аһ-зарын
Сал замандан алға күсерә...
Ай, Диңгеҙбай!
Күрһә Рәшит ағай,
Ятып илар ине сиҙәмдә...
Юҡ, иламаҫ ине,
Йәне генә
Тәгәрәп китер ине иҙәндә.
Данлағанға йырҙа Ағиҙелен
Күтәрелде илдә һиммәте.
Йәтимлектә үткән йәш сағындай,
Ярҙа яңғыҙ ята Ниғмәти...
Ниндәй башҡорт, ти, ул — туған телһеҙ,
Үҫһә тағы бишек йырһыҙ ҙа?
Йәш Рәшиттәр, һылыу Һәҙиәләр,
Фатималар тыуһын Ырғыҙҙа!
Ерҙә кемдәр генә көн итмәйҙер:
“Йәшәп була,— тиеп,— йырһыҙ ҙа…”
Башҡорт ҡына йырһыҙ йәшәй алмай!
Яңы башҡорт яңы йыр һуҙа.
Кәрәлек һәм Ырғыҙ буйҙарында
Ҡәрҙәштәрҙең көйрәй күмере.
Ҡышлауҙары, йәйләүҙәре, гүйә,
Һәр башҡорттоң
Йөрәгенә ҡуйған күмелеп...
Туғанындай күреп,
ихлас, йомарт
Ҡаршы ала беҙҙе Самара.
Һағыныуҙар даръя булып ташҡан,
Ҡайнар йәштәр тора тамырға...
2008.