Һалдат яланы

 

            Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Гитлер фашизмын еңеүенә 30 йыл тулған көндәрҙә ҡаһарман Сталинградтан 16 саҡрым алыҫлыҡтағы Һалдат яланы миналарҙан таҙартылды. 400 гектар майҙанда 6 мең ярым шартлатҡыс юҡ ителде һәм унда, 30 йыл тигәндә, беренсе бураҙна һалынды.

            Хәҙер Һалдат яланы алтын башаҡтар тулҡынған имен иген ҡырына әйләнде.

 

1

 

Ҡарт һалдат,

Ант иткәнме ни

Ер алдында теҙләнеп;

Көн дә килеп, был яланда

Оҙаҡ йөрөй эҙләнеп.

Уға таныш был яландың

Йырыны, һәр аҙымы,

Ул бында – Яу яланында –

Аҙмы траншей ҡаҙыны?!

Әле ошо Яу яланын

Һөрөргә булғас улы,

Һәр иртә яланға ҡарай

Борола ҡарттың юлы.

Шул яланда бөгөнгөләй

Торғаны күҙ алдында:

“Үлем йә йәшәү!” –

Дошманды

Үткәрмәне аҙым да…

Ҡарт йөрөй, нимәлер эҙләй,

Траншейҙарҙа һәрмән…

Бына каска тишегенән

Үлән көнгә үрмәләй!

Эй, йәшәүгә булған теләк,

Эй, тырыш, әрһеҙ үлән!

Ергә һеңгән күпме ғүмер

Һиңә баға алмаҫ бүтән…

Ҡарт күҙҙән үткәреп сығып,

Бер урап Яу яланын,

Ҡул һелтәне –

Теге башта

Көтөп тора уланы.

- Һал, улым, Яу яланында

Тыныслыҡ бураҙнаһын.

Ул булмаҫ матәм таҫмаһы –

Ҡайғыға юралмаһын!

 

Ҡарт һалдат,

Төҙ тот маяҡты!

Ыҙандар боҙолмаһын.

Рулдә – улың,

Һиңә ҡарап,

Һала тәү бураҙнаһын…

Ҡабарып кәҫ аҡтарыла –

Һуҙыла ҡара таҫма.

Ниндәй ҡайнар һутлы тупраҡ,

Әллә ут яна аҫта?!

Күпме йөрәк, ярһып килеп,

Ошонда ҡапыл һүнгән,

Ут биреп тере тупраҡҡа…

Өҫтөнә үҫкән үлән.

 

2

 

Ултыра ҡарт ер башында,

Бураҙнаға эйелгән,

Хушлашамы, һөйләшәме

Ул Яу яланы менән?..

“Яу яланы!..

Бөгөн һиндә

Тыныслыҡ бураҙнаһын

Һалды улым.

Уңһын иген,

Емереп бураларҙы!..

Башаҡтар шаулашһын һиндә,

Ут һыҙығы үткән ер;

Фашист итеге иңрәткән,

Ирендәрем өткән ер.

Илгә ырыҫ ҡайтыр һинән,

Тыныслыҡ бураҙнаһы.

Унда ҡара уйлы кеше

Мәкерен ҡора алмаһын;

Килер быуын – уландарҙың

Таңдары сайралмаһын;

Йортҡа бәлә-ҡаза көҫәп,

Ҡоҙғондар уралмаһын;

Ситтә аҙашҡан әҙәмдәр

Тапһындар туғандарын;

Әле яңы көнгә тыуған

Ғүмерҙәр юғалмаһын…

Бына шундай бураҙна бул,

Тыныслыҡ бураҙнаһы!”

 

3

 

Һөрөлдө,

һалдат,

яланың –

Ут һыҙығы үткән ер.

Уның бөгөнгөһөн яҡлап,

Антың биреп, үпкән ер…

Бына шул ер – алдарыңда,

Бәрәкәт, ҡот төйәге.

Ашлаған уны күпме ҡан,

Күпме яугир һөйәге.

Тәрән булһын улың һалған

Тыныслыҡ бураҙнаһы!

Һинең яланыңа килер

Улыңдың уландары.

Офоҡҡа ашыр уларҙың

Тыныслыҡ бураҙнаһы!