Һағыныу

 

Тирбәлә тал елгә, бөгөлә тал,

Һығыла тал һалҡын  буранда.

Ҡалай килеп был тал бында үҫкән?

Тупрағы бит уның Уралда...

 

Мин дә ғүмер итәм сит ерҙәрҙә,

Ят тупраҡта үҫкән тал һымаҡ.

Йөрәк ерһей тик үҙ ғәзиз ерен,

Телем әсәм телен һағына...

 

Һары талды һыйпап, йәлләп торҙом.

Тал шыбырҙай миңә ҡайғыһын:

«Мине ҡырҡып, зинһар, Уралыма

Атығыҙҙы ҡыуып ҡайтығыҙ...»