Ғүмер ярҙары (шәлкем)

Караптар                                                                                                

Тулҡын                                                                                                   

Аҡсарлаҡ                                                                                               

Ирлек                                                                                                     

Йөҙәм әле!                                                                                                  

                Көҙ            

 

Караптар

 

Һыу буйлап йүгерә балам,

Ҡыуып ҡағыҙ карапты.

Уның шулай уйнауҙары

Уйҙарымды таратты.

 

Караптарҙы мин дә ҡыуҙым,

Тулҡын менән ярышып…

Әле никтер тороп ҡалдым,

Аяҡтарым ҡарышып.

Ҡайҙа ул йүгергән сағым

Яр буйлап, карап ҡыуып?

Балаҡ төрөп сабыр инем,

Булһа яңынан тыуып!..

Бәй!.. Ана, йүгерә балам,

Ҡыуып ҡағыҙ карабын.

Таныш уйын ҡуҙғатты бит

Иҫтәлектәр яраһын…

 

Фатихалар бирҙе әсәй,

Баҫҡас ғүмер ярыма.

Уйҙарыма яуап даулап,

Ярға тулҡын ярыла…

“… Баҫтың, балам, ғүмер ярҙарыңа

Тәүге тапҡыр – тәүге һулыштан.

Баҫтың икән – ныҡ кир елкәнеңде,

Алда даръя ҡалай тулышҡан!..

Ара алыҫ, ана, ниндәй сикһеҙ

Был ярыңдан арғы ярыңа!

Һине ҡағыр ауыр тулҡындар ҙа

Әле ҡалай йомшаҡ яғыла…

Барыһы алда:

Һине батыр итер

Ғәрәсәттәр, айһыҙ ҡара төн…

Һине бахыр итер байрам-тынлыҡ,

Вайымһыҙлыҡ арбап ҡаратыр…

Һаҙ-ятыуҙар серле саҡырып алыр,

Упҡын өйөрөлтөр ҡултыҡлап;

Әүрәтерлек ваҡлыҡ тулып ятыр…

Алға атыл, торма һылтыҡлап!

Шуны төшөн:

Әле нур уйнатҡан

Тулҡындар ҙа бер саҡ туңалар…

Ғүмер – ағын һыуҙай,

тотоп булмай,

Бөтә нәмә уҙа – һуңлама!..”

 

Изге фатихалар бирҙе әсәй

Баҫҡанымда ғүмер ярыма.

Уйҙарыма яуап даулағандай,

Аяғыма тулҡын һарыла…

Мин уйланам.

Балам уйнай:

Ағыҙа ҡағыҙ карап…

  • Ныҡ кир, балам, елкәнеңде,

Заман еленә ҡарап!

 

Тулҡын

 

Ҡөҙрәттәре менән кеше – алла.

Һәләттәре менән – тылсымсы…

Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ миңә,

Йәнем генә булһын тынғыһыҙ.

 

Бер ҡараһаң, мин – яр: текә, ғорур;

Бер ҡараһаң – тулҡын: салт, ярһыу;

Кәрәк икән – дауыл ҡошо булып,

Донъя айҡап осам, саң ҡағып…

 

Табыр өсөн йәшәү хәҡиҡәтен,

Баҫыр өсөн йөрәк һулҡыуын, -

Шаулы, даулы ғүмер даръяһының

Ҡағып торор мин бер тулҡыны.

 

Һүндерәйем зәһәр ялҡындарҙы –

Ерҙе янғын ялмай һаман да.

Ҡандырайым ҡанмаҫ сарсауҙарҙы –

Йәйге селлә кеүек замандар.

 

Заманалар йәйге селлә кеүек,

Көйҙөрөп тә бара һулышы.

Көтә икән тимә Йәншишмәнең

Ғүмер касалары тулышып.

 

Даръя тынмай ағыр,

сафлыҡ ташыр,

Тулҡындарға тулҡын ҡушылһа.

Донъя балҡыр сағыу,

шатлыҡ ташып,

Йөрәктәргә йөрәк ҡуш булһа…

 

Асыр өсөн донъя асылдарын,

Ашыр өсөн тормош алҡынын,

Шаулы, даулы ғүмер даръяһының

Ҡағып торор мин бер тулҡыны…

 

Аҡсарлаҡ

 

Аҡсарлаҡ оса ҡыйпылып,

Ем табыуҙары ауыр.

Ә беҙгә һуң был донъянан

Еңелме ни йәм табыу?

 

Даръя гиҙер аҡсарлаҡ мин,

Ярҙарға оялаған.

Ярҙарҙа ҡанат нығытып,

Даръяға ҡыялаған.

 

Төйәк-тамырым – шул ярҙан

Осам тулҡындар ярып.

Даръя гиҙмеш –

Михнәт күрмеш…

Аумам, ҡанатым талып.

 

Эй, сал даръя!

Һынап ҡара

Ныҡлығын йөрәгемдең!

Ҡалдырмам ситтәр иңенә

Бер үҙем йөкмәремде.

 

Аҡсарлаҡ оса ҡыйпылып,

Ем табыуҙары ауыр…

Аҡсарлаҡҡа ҡарайым да

Ярыма баҫам бауыр.

 

Эй, сал даръя!

Саяланма

Еңә алмай йөрәгемде.

Ҡалдырмам яттар иңенә

Бер үҙем йөкмәремде,

Үҙемдең йөктәремде!..

 

Аҡсарлаҡ оса ҡыйпылып,

Ем табыуҙары ауыр…

Ә беҙгә һуң еңелме ни

Донъяның йәмен табыу!?

 

Ирлек

 

Сабыр булһаң,

Томан тетелер ҙә,

Ҡояш көлөр,

донъя йәмләнер…

Батыр булһаң,

Баҙнаттарың артыр,

Тотонорһоң эшкә сәмләнеп…

 

Сабырлыҡтар – ғүмер тәжрибәһе,

Батырлыҡтар – заман үрнәге.

Һәр нәмәгә баһа биргәндә лә

Әйтәбеҙ бит: “Ваҡыт күрһәтер…”

 

Ваҡыт бизмәненә баҫа кеше

Һуңғы һулыштарын алғанда.

Бер табаҡҡа ята хаҡлыҡтары,

Бер табаҡҡа ята ялғандар…

Бер яғына ята алғандары,

Бер яғына ята биргәне.

Бер яғына ята сәскәндәре,

Бер яғына ята тиргәне.

 

Бәғзе берәү һөрән һала, әммә

Күҙ алдында эше юҡ була;

Ейгән ризыҡтары күп булһа ла,

Йыйған ынйылары сүп була.

Рәхәтлектәр баштан ашҡанда ла

Донъя малын ташыр етәләп…

Ул әҙәмде ил йыйылып күммәй,

Килеп йыйып ҡына китәләр.

 

Ихлас күңел битлек кейә белмәй,

Ярамһаҡ йән әүәл көлдөрә.

Иң хаҡ юлды Намыҫ эҙләп таба,

Яҙыҡ юлы килә өлтөрәп.

 

Ирлек ерҙә ятып ҡалмағандай,

Ирҙәр күрке – күңел биҙәге:

Донъялыҡта сәскән изгелеге

Шытып сығыр, ярып үҙәгең.

 

Ирлек ғүмере – ярҙарына һыймай

Ярһып ташҡан даръя шикелле:

Ваҡыт бизмәндәрен аҫҡа баҫыр,

Яҙыҡтары төшөр ишелеп…

 

Йөҙәм әле!

 

Бәғзе берәү, һыуҙан ҡоро сығып,

Иҙел кискән кеүек ярыла.

Тик барыбер ҡала тулҡындарҙа,

Етә алмай һуңғы ярына.

 

Берәүҙәргә ташҡын бер ни түгел, -

Күкрәгендә дауыл ярыла.

Ҡыҫҡа ғына ғүмере менән етә

Мәңгелектең олимп тауына…

 

Даръяларҙа йөҙәм, йөҙәм әле,

Ярҙарыма байтаҡ бар ара.

Биткә бәргән ҡара ҡурғаш төҫлө,

Тулҡындарға ҡаршы бара алам.

 

Алыш ажар өҫтәй –

йөҙгөм килә!..

Бер сығырмын тулҡын ялында.

Сыҡҡанда ла,

Гранит ҡая булып,

Ҡалҡынырмын тулҡын яуына!

 

Көҙ

 

Тағы бер көҙ килде.

Ҡапыл килде –

Ҡапҡаларҙы ҡағып торманы.

Ҡыҙыл япраҡтарҙы йолҡа елдәр –

Ҡоҙғон суҡый, гүйә, ҡорбанын.

 

Еремдә көҙ – уңыш, хисап мәле,

Кемдер – еңә,

Кемдер – һыната.

Берәүҙәрҙе шатлыҡ күккә сөйә,

Берәүҙәрҙе хата илата.

 

Оя ташлап осҡан ҡоштар шауын

Күмә йәшлек – туйҙар үткәрә.

Ҡыңғырауҙар зыңын тыңлаһа ла,

Ололарҙың күҙе – күктәрҙә:

Сыңғыр-сыңғыр килеп,

сәңгелдәшеп,

Ҡоштар һүтә ептәй көндәрҙе.

Әсәйҙәрҙең йөҙө моңһоулана

Ишеткәндә ошо өндәрҙе…

 

Ғүмеремдең алтын көҙө алда –

Ут-йәшелдән әле тирәгем.

Мул емешле алтын көҙөн көтмәй,

Булған емештәрен тирәмен.

Биләмәһен мине буш өмөттәр,

Арбамаһын ҡыҫыр хыялдар.

Күҙем ҡыҙып, аҫыл аҡҡоштарҙы

Атып алмам, нәфсем тыялмай.

 

Ҡапҡандарым булмаҫ гел бал да май,

Тапҡандарым булмаҫ хазина.

Ояһына ҡайтҡан ҡоштар кеүек,

Ҡайтам тынға белмәҫ яҙыма.

Алда әле минең “алтын көҙөм” –

“Аҡҡош йырым” сыңы алдараҡ

Илем бөгөн хисап һорамаҫ та,

Ә намыҫты булмай алдалап…

 

Көҙҙәр килә,

Уны бороп булмай –

Тәбиғәттең теүәл ҡануны.

Бар бәхетем –

Таң елендәй асыу

Офоҡтарҙың зәңгәр ябыуын.

Миҙгелдәр шау яҙҙан тормағандай,

Күңелемде бармам туйлатып.

Ғүмер япраҡтарын йолҡа-йолҡа,

Көҙ тулаһын, ғәмем уятып…

1976-1980.