Гәрәбә

 

Ҡая һәм Диңгеҙҙең хистәре

Сал-ҡайнап һыуынһа — гәрәбә.

Ҡаяның шатлығын, күҙ йәшен

Һаҡлаған Диңгеҙ гел тәрәндә.

 

Быуаттар

Ҡая һәм Диңгеҙҙең

Хисенән ҡойған саф гәрәбә...

Мин — ҡая,

Һин диңгеҙ булалһаң,

Хистәрең тулҡынмаҫ  әрәмгә.