Эй, китап!..

Китапхана хеҙмәткәрҙәренә

Күпме китап һеҙҙең ҡулдан үтә,
Йән аҙығын йәнгә күсереп,
Һеҙҙең йөрәк аша үтә кеүек
Күпме яҙмыш, күпме кисереш?!

Китап һүҙе – изге доға ише,
Китаптарҙа – донъя хәстәре.
Һәр хәрефен уның өткән кеүек
Ҡайғы уты, шатлыҡ йәштәре.

Китап ене ҡағылғандар!
Һеҙҙең
Изге һәм аҡ ғүмер юлығыҙ,
Ҡараңғыһын тарих төпкөлөнөң
Яҡтыртырлыҡ йөрәк йылығыҙ!...
1991.