Эт йәнле

Эт аҫырай өйҙә,
Ул, йәнәһе,
Этһеҙ йәшәй алмай,
Эт йәнле.
Фатирҙа эт тотоу -
Ҡурсаҡ, роскошь,
Йә һаҡсыһы байып киткәндең.

Бер көн килеп,
Кәре бөткән этте
Тышҡа быраҡтырған бәндәне
Эттең тоғролоғо ҡарғыш булып
Төшөр тиеп, юҡҡа йәлләнем...