Ер менән Күк

Арымай ҙа, ялыҡмай ҙа
көноҙон
шөңгөр ҡаға ямғыр, талғын
көй һуҙып.
Ҡылдар тартып, Күк менән Ер
араһын
тоташтырҙы, сихри ауаз
таратып.
Ер ҡабара (ята ине
ҡорғаҡһып!),
әйтерһең дә, йәш әсәнең
ҡорһағы.

Әй тәбиғәт ҡауышыуы –
илаһи!
Ер менән Күк мәңге ҡылһын
йолаһын!...
1998.