Елдәр иҫә

Күңелемдә көҙ илаймы —
Баҫты шау күңелһеҙлек,
Тышалғанмы хыялыйлыҡ,
Ҡасҡанмы йүгәнһеҙлек?

Күңелемдә елдәр иҫә,
Ҡар күҙе сәсрәй төндән,
Күңелһеҙҙән шат йыр көтмә,
Йыуатмаҫ хәсрәтеңдән...

Үтәнән-үтә ел һуға,
Наҙҙарымды ҡоротоп,
Яҙҙарымды оноттороп,
Ғәмдәремде ойотоп.

Күңелемдә елдәр олой,
Бушлыҡҡа осоп барам,
Алыҫлашҡан һайын арам,
Йөрәкте һағыш яра.

Күңелемдә — шыҡһыҙ буран...
Яҙғы ел булһаң, иркәм,
Мин, донъяға ҡабат тыуып,
Тирәктәй кирәм елкән!