Егерме

    Ләйләгә

 

Егерме йәй — ап-аҡ тирәктәр,

Егерме йәй беште еләктәр.

Еләк менән тулды күнәктәр,

Һин үҙең дә — бешкән еләктәй.

 

Егерме көҙ ҡаҙҙар ҡаңғылдай,

Егерме көҙ ҡоя ямғырҙар.

Төнөн түбән төшөп йондоҙҙар

Көнләшеп тә һиңә бағырҙар.

 

Егерме ҡыш һибә аҡ тәңкә,

Аҡ биләүҙә ерең тирбәлә.

Бармаҡтарың моңдар тирәләр,

Үҫкәнгәлер нурлы тирмәлә.

 

Егерме яҙ уйнай болонда

Һомғол, ярһыу, ғорур боландар!

Хоҙай тәғәләнән белгәндәр:

Мөгөҙҙәргә... бишек элгәндәр!