Дуҫлыҡ йорто

Башҡортостан — дуҫлыҡ йорто,

Берҙәмлектә уның ҡото.

Бергә-бергә булһаҡ ҡына

Бәхет ҡошон булыр тотоп.

 

Башҡортостан — дуҫлыҡ йорто,

Берҙәм дөрләй йөрәк уты,

Бер-беребеҙгә ихласлыҡта

Булмайыҡсы ярты-йорто.

 

Башҡортостан — дуҫлыҡ йорто,

Бер ҡасан дуҫ бормаҫ һыртын,

Баҫҡын килһә сикте йыртып,

Бөркмәҫ ҡан булһа ла урты.

 

Бер туғандай яуҙарҙа ла,

Бер туғандай дауҙарҙа ла,

Бер туғандай һабанда ла,

Бер туғандай табында ла

Булһаҡ ҡына нығыр дуҫлыҡ,

Үтә алмаҫ аслыҡ, хаслыҡ.

 

Башҡортостан — дуҫлыҡ йорто,

Татыулыҡта — уның ҡото,

Туғанлыҡта — уның ҡуры,

Тоғролоҡта — уның уты.

 

Башҡортостан — дуҫлыҡ йорто,

Йомартлыҡта уның ҡото.

Һәр ҡунаҡты, һаҡлап йола,

Ҡаршы ала икмәк тотоп.

 

Башҡортостан — дуҫлыҡ иле,

Һәр милләте туған телле,

Йыры-моңо төрлө-төрлө,

Булһын мәңге рухлы, түлле.

Мәңге йәшә, дуҫлыҡ иле,

Мәңге йәшә, Башҡорт иле!

 

2005.