Күк Уралды,
Башҡаламды нурлап,
Күккә ашты мәрмәр монумент.
Ул - символы изге көрәштәрҙең,
Сал тарихтың һүнмәҫ даны бит...
Ағиҙелдең бейек яр башында
Һырғый һәйкәл күккә олғашҡан...
Бөйөк дуҫлыҡ, нығып быуат-быуат,
Йөрәктәргә килеп тоташҡан.