Дүрт юллыҡтар

***
Ҡояш та ел, ел дә ҡояш,
Ямғыр ҡоя аралаш.
Тәбиғәт тә һантый икән,
Бер мин тиһәм яралаш.

***
Ах йөрәкте өтөп бара
Ҡуҙ кеүек ҡараштарың.
Шул ҡарашыңдан өтөлөп,
Бутаным тарафтарҙы...

***
Кәрәҙләнеп кенә ҡарҙар ирей,
Ҡаты ҡыштың көнө һанаулы.
Төнө буйы йәштәр йыһан яра...
Яҙҙың һуты яра танауҙы...

***
Ямғырҙан һуң киске далала
Әсе әрем еҫе тарала.
Шундай рәхәт дала ҡосағы,
Гүйә әсәм яҡҡан усағын...

***
Эй шул һил төндәре тыуған яҡтың
Ҡарлы ҡышта, айлы төндәрҙә,
Шылт иткән юҡ тауыш, бары көмөш
Нур ҡойола сыңлап иңдәргә.

***
Ҡышҡы далала ҡояшлы буран:
Үҙе ебеткәк, үҙе һепертмә,
Үҙе йәбешкәк, үҙе борҡота,
Үҙе ҡояшлы, үҙе болотло,
Ҡояшлы буран, ҡояшлы буран.

***
Кеше, ниңә ҡошсоҡтарҙы
Бикләп ҡуйҙың ситлеккә?
Тотҡон хәлен белер инең
Үҙең шунда интекһәң.

***
Ниндәй сәйер хәлгә ҡалғанда ла
Кеше үҙен тейеш еңергә.
Үҙен еңһә, бөтә ауыр хәлде
Еңеү тура килә еңелгә.

***
Һоҡланыуҙы йә һағышты
Бар белдереү сараһы:
Берәү моңо менән арбай,
Берәү яра тамағын.

Яңғыҙлыҡтың ҡара һөрөмөнән
Аҡ диуарҙар хатта ҡарайған,
Тотҡондағы ҡоштоң ситлегендәй,
Киң бүлмәләр кинәт тарайған.

***
Тире ҡалын, ҡолаҡ ишетмәмеш,
Үтә тыныс йәшәү һимертә.
Ҡылығына таман ҡорһаҡ үҫә,
Түрә йүгермәй ул, — йүгертә.

***
Тамыр үргә ынтыла ер аралап,
Яҡты эҙләп әллә ҡайҙа тарала.
Баҡһаң, күҙҙең яуын алыр сәскәләр
Ҡараңғылыҡ ҡарынында ярала.

***
Олон — оло йорто олпат ағастың,
Дәү сатырҙы тотоп тора интегеп.
Әҙәм дә бит тыуған йортҡа береккән,
Әллә ҡасан өҙөлһә лә кендеге.

***
Ерләнем мин күпме ҡәләмдәште —
Фекерҙәште, ерҙәш, әләмдәште.
Мин — зыярат, мин — мавзолей,
Мин — кәшәнә, мин — хәтирә,
Һәр береһе — йөрәк ҡәберҙәшем.

***
Фани донъя — ул ҡатмарлы, серле,
Ул ғәҙәти, үтер, ваҡытлы...
Ошо донъя ҡыҙыҡ булмаҫ ине,
Әгәр булһа үтмәҫ, баҡыйлыҡ.

***
Был Мәңгелек
Йыһан ҡосағында
Ғүмер – бер күҙ һирпер ара ғына.
Донъя фани, тибеҙ,
Хатта ул да
Бөйөктәрҙән дә бит тороп ҡала…