Донъя тәгәрмәсе барһын, тиһәң...

Уратаһы буйлап түңәрәктең
Ҡөрьән сүрәләре теҙелеп баҫҡан.
Шуны уҡып, йөрьәт иткән әҙәм
Хәрәкәттең башланғысын тапҡан:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Тәгәрмәстең терәктәре булып,
Әйҙәй улар бөтөн-бар донъяны.
Өҫтө - алға, аҫты артҡа китеп,
Хасил итә ябай ҡуҙғалышты:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Тик сәбәп ит, йән өр һәр нәмәгә,
Изгелек ҡыл, әйҙә, йүн алыш.
Бер йылы һүҙ көтөп торғандарға
Мәрхәмәттең шулдыр юл башы:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Зинһар, булыш, тиеп, ялбарғанға
Иренмәйсә йәнең фиҙа ҡыл.
Донъя тәгәрмәсе барһын, тиһәң,
Терәк булырға гел риза бул:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
2008.