Дауылдан һуң була торған тынлыҡ...

Дауылдан һуң була торған тынлыҡ.
Йәнгә ял да, йәнә түгел дә.
Йөрәктәрҙән күпме ҡан һарҡыны,
Күпме күҙ йәш нахаҡ түгелде.

Дауылдан һуң була торған тынлыҡ...
Оҙаҡҡамы ерҙә был һиллек?
Йөрәккенәм бер аҙ баҫылһынсы,
Ҡотто алма, дауыл, йыш килеп.