Даға һәм ураҡ

Бабайҙарым тоғро булып йолаға,
Даға ҡағып ҡалдырғандар тупһаға.
Даға йорттоң ҡот-ырыҫын һаҡлаған,
Тайҙырмай юлдан ир-атты яҡлаған.

Атай тоғро булған илгә, йолаға,
Әммә даға ҡаға алмаған тупһаға.
Аты ауған, үҙе яуҙан ҡайтмаған:
Ятып ҡалған даға һынып уртаға…

Ҡара йәштән әсәй иген урғанға,
Ураҡ булған уның тоғро ҡоралы.
Усын ҡамыл ҡанатһа ла, йыртһа ла,
Ыңғырашмаған, бил яҙмаған турайып…

Даға ҡағыр ир булмағас тупһаға,
Етем йортҡа бәлә-ҡаза атлаған.
Үтмәһен тип ҡаза тупһа ашатлап,
Ураҡ ҡуйған әсәм ишек башына…

Тыуған йортта атай ҡулын юҡһынмай,
Ағайҙарым даға ҡаҡҡан тупһаға.
Асҡыс кеүек ҡотло көндө ҡаршылап,
Айҙай ураҡ тора ишек башында…

Ятһын даға тупһа өҫтөндә ялтырап:
Баҫһа дошман – китһен унан ҡалтырап.
Уҙһа дуҫтар – йылмайыуым сағыла,
Тик әйтмәҫтәр, йолаға, тип, табына.

Даға – атай,
Ураҡ – әсәй тамғаһы.
Улар аша тормош киткән ялғанып.
Онотмайыҡ:
Илдең йыһан карабы
Уларҙан да ҡанат-ҡеүәт алғанын.