Бүре арбаусы

Тәҙрәнән һуғыш ҡараған
Бүре күҙҙәре менән.
Инә бүре, инә яҙып,
Нимә һораған минән?

“Минең дә балам ас”,— тиеп,
Ҡараған микән миңә.
Эйәреп килгән әсәйгә
Йылғалағы мәкенән.

Әсәмде ул эҙәрләгән
Мәкенән өйгә ҡәҙәр,
Ҡурҡмауы ғына әсәйҙең
Бүрене тыйған мәгәр.

Әсәй күнәк ҡылысына
Тимер сүмесе менән
Һуға-һуға ҡайтҡан,
Бүре
Эйәрә-эйәрә килгән.

Һөйләнә-һөйләнә әсәй,
Тыштан батыр күренеп,
Әрләгән дә,
Йәлләгән дә
Асҡаҡ инә бүрене.
— Ҡороп ҡалғыр!
Бүреме шул?!
Күҙҙәреңде йызлатма!
Булаһың мине ашамаҡ,
Ас ҡарының ҡуҙғытма!

Йөрө бында!
Сүмес менән
Башың яра һуғырмын,
Ул етмәһә, көйәнтәмде
Ауыҙыңа тығырмын!
Ҡурҡып тормам бүре, тиеп,
Ышанмаһаң, кил генә!..
Аҡбай! Маһ-маһ!..
Ергинәңгер,
Йоҡлап ята гел генә!
Мәкегә тиклем исмаһам,
Эйәреп килмәй, барин!
Ҡойроҡ ҡыҫып ята инде
Һиҙгәнгә бүре барын...

Инә бүре булғанғалыр,
Тейергә үк самаң юҡ,
Кил, бынауҙан тондорормон!
Тороп ҡалмай сараң юҡ.
Ас булһаң мин ҡалайтайым.
Үткәшеп киткән эсең.
Минең дә өй тулы бала,
Туйҙырырмындыр нисек?..

Ай эйәрҙең эйәреүен.
Уйламайһың ҡалырға.
Ауыл-юлдан алыҫ йөрө,
Юҡһа һуғып алырҙар.
Минең арттан килеү менән,
Нимә бирәйем һиңә?
Һиңә түгел, үҙемә юҡ.
Кит бынан! Пшол! Сөбә!..
Ауылға бик эйәләштең
Астан алйыуың шулдыр.
Төндәрен һуҙып олойһоң.
Ҡара башыңа булғыр...

Уф аллам!..
Ҡайтып еттем бит,
Инде тейә алмаҫһың.
Туҡтаныңмы?
Шыртлайһыңдыр —
Таланмайса ҡайтмаҫһың...
Аҡбай! Һөс, һөс!
Ана, саҡ-саҡ
Өнөң сыҡты түгелме?
Ҡурҡма, бүре мин булғанда
Өҙгөләмәҫ үҙеңде...—

Тулы ике күнәк һыуҙы
Ҡуйғас ҡына соланға,
Тойған хәлдән тайғанлығын,
Ҡурҡыу төшкән быуынға.
Ауылға килеп еткәнсе
Бүре тороп ҡалмаған,
Әсәй, гүйә, сихырлаған,
Һүҙе менән арбаған...

Нисәмә йыл һуғыш барған —
Ғүмерҙәрҙе ялмаусы.
Йәшәү өсөн әсәй булған
Бер мәл бүре арбаусы.