Бәҫ

Бөтә донъя бәҫтә,
ап-аҡ бәҫтә,
Аҡ кейемдә өйҙәр, ағастар.
Улар ойоп тора моңһоу хәлдә,
Сайралырға әҙер һағышта...

Ағастарға тибә ике малай,
Өҫтәренә бәҫтәр ҡойола.
Был вайымһыҙ, шаян, шуҡ малайҙар
Ағастарға түгел,
Миңә типкән кеүек тойола.

Ә ағастар,
Маска-халат кейеп,
Китергә тип дошман тылына
Теҙелешеп баҫҡан разведчиктар
Командаһы кеүек тойола...

Бөтә донъя серле аҡтан ине,
Аҡ кейемен һалды ағастар...
Бәҫтән сыҡҡан ағастарға ҡарап,
Кәҫтәй ауыр уйҙар тағатам.