Бөтә нәмә үҫә, шиңә, серей...

Бөтә нәмә үҫә, шиңә, серей —
Тәбиғәттең шулдыр ҡануны.
Шул ҡанунды белмәй бәғзе әҙәм
Икенсенең бата хаҡына.

Уйлайҙыр ул күпкә өлгәштем тип,
Асылда бит барын аҙайтты:
Ҡулын һуҙып кеше өлөшөнә,
Үҙ сифатын күпкә юғалтты.