Бөркөт саңҡыуы

 

Абдулхаҡ Игебаевҡа

 

Тыңлайыҡсы: тирә-яғыбыҙҙа

Сайпылырға торған моң ғына,

Ултырайыҡ Һаҡмар буйҡайында,

Һыу ағышын тыңлап тын ғына.

Аҡ ялдары ярһыу шаршыларҙың

Аһ-зарымы сабыр халҡыңдың?

Һин бит кистең тормош даръяларын

Шул халҡыңдан алып ялҡынды...

 

Тыңлайыҡ: Ғәҙелша шарлауығы —

Ирәндектең көмөш алҡаһы —

Набат ҡағамы ни:

Ҡайҙа бөгөн

Тәфтизандай илдең ҡалҡаны?   

Һөйләйме ул үткән яуҙар шауын,

Әллә шанлы йылдар һабағын,

Йыуамы ул һаман кантондарҙың

Мәжлесенең алтын табағын?..

 

Тыңлайыҡсы:

Ниндәй ярһыу аһәң —

Ирәндектә бөркөт саңҡыуы,

Унда — даны бөрйән башҡортоноң,

Унда — яһил дошман шаңҡыуы.

Яңғырап  китә  бөркөт саңҡыуында

Дияров[1]тың бөйөк моң-сазы,

Сөләймәнов[2]  тауышының бәҫе,

Әхмәтов[3]тың мәшһүр йырҙары...

Тыңлайыҡсы:

Көмөш ай нурында

Талҡаҫыңдың алҡын паклығын,

Әмин батырҙарҙан ҡалған мираҫ

Юғалтмаған алтын сафлығын.

Ул бөгөн дә балҡый күңелдәрҙә —

Тутыҡмаҫ та, уңмаҫ, юғалмаҫ,

Бәдбәхеттәр күпме тырышмаһын —

Саф алтынға бысраҡ яғылмаҫ.

 

Тыңлайыҡсы:

Ишетелгән моңда

Һаҡмар уйсанлығы,  киңлеге,

Ил ҡашҡаһы,  азаматтар даны —

Ирәндеккә генә тиңлеге.

Ошо мәғрур бейеклектән ахыры -

Сайпылырға торған моң ғына,

Тыңлайыҡсы уҙған ғүмерҙәрҙе,

Һаҡмар буйҡайында  тын ғына...

1995

 

[1] Дияров — мәшһүр ҡурайсы, тарихи йырҙар белгесе Кәрим Дияров.

[2] Сөләймәнов — Башҡортостандың ха­лыҡ артисы, атаҡлы ҡурай оҫтаһы Ғата Сө­ләймәнов.

[3] Әхмәтов — Рәсәй Федерацияһының ха­лыҡ артисы композитор Хөсәйен Әхмәтов.