Бөгөн Төркиәнән ҡайттым

2013 йылдың 17-20 сентябрендә Төркиәнең Тарсус ҡалаһында мәшһүр төрөк шағиры Ҡаражауғлан иҫтәлегенә 12-се шиғриәт кисәләре уҙғарылды. Дүрт көн дауам иткән бай мәҙәни сараларҙа донъяның төрлө тарафтарынан килгән төрки телле утыҙҙан ашыу шағир һәм йырсы (ашуғ) ҡатнашты. Әҙәби кисәләрҙә йыйылыусыларҙы шағирә Сулпан Миңлебаева менән башҡорт шиғриәте һәм халыҡ моңдары менән таныштырҙыҡ.

Төрөк ашуғы Шәриф Ташлыуба, ҡаҙаҡ ҡәләмдәшем халыҡ шағиры Теләүбәк Мусатаев һәм уйғур шағирәһе Ташгөл Изийәрова менән осрашып һөйләшеүҙәр онотолмаҫ тәьҫирҙәр ҡалдырҙы.

Ҡәҙим Аралбай

Тарсус шәһәренә алҡыш

 

Тарсус – шиғриәт Мәккәһе,

Ҡарасауғлан мәҡәме,

Тарсус – сазым бишеге,

Рухиәттәр ишеге.

 

Тарсус, һинең аҡшамың –

Шиғриәттең аҡ шәме.

Ул шәм мәңге һүнмәһен,

Ул шәм – йәнемдең йәме!

 

Ҡарасауғлан өләңе –

Халҡы рухи ҡиммәте.

Ҡарасауғлан сазында

Бар донъяның һиммәте,

Бар донъяның диҡҡәте.

 

Өмөт ала аҡ шәмдән

Бар тарафтар мәктәбе.

Тарсус – шиғриәт Мәккәһе,

Ҡарасауғлан мәҡәме...

Тарсус – шиғриәт Мәккәһе!