Билдәһеҙ ҡыҙға

Аҡ томандар ярып барам,
Ҡайҙа ашығам былай,
Кем көтәлер мине унда,
Ниңә йөрәгем тулай?
Аҡ томанда йөҙөп барам,
Ауҙар йыртҡан балыҡтай.
Көтһәң ине, билдәһеҙ ҡыҙ,
Яңғыҙлыҡтан ялыҡмай.

Аҡ томандар, ах, томандар,
Бөтә донъям аҡ ҡына,
Хыялыма осоп барам,
Көтсө, һылыу, саҡ ҡына...
Билдәһеҙ ҡыҙ, биттәрең ҡуҙ,
Томанда—сүрәткәйең,
Әллә —ҡайын, әллә — ҡыҙый,
Ымһына йөрәккәйем.

Аҡ томандар ярып барам,
Кемгә атлығам икән,
Билдәһеҙлек эстәрендә
Мине көткән һин микән?
Билдәһеҙлек тарафтары...
Яҙмышым караптары
Әллә шунда табыр микән
Үҙенең хараптарын?..

Ғүмерем дә булды әллә
Үҙе бер билдәһеҙлек,
Мөхәббәт ҡаяларына
Ҡаҡлығып имгәнерлек?
Гел сыуаҡ көн, гел асыҡ юл
Күҙемде бәйләгәнме,
Ниңә мин тағы ярһыйым,
Малайға әйләнәмме?..

Аҡ томандар, ах, томандар,
Күңелем пәрҙәләре,
Ниңә урын табалмайым,
Ник һаман бәргеләнәм?..
Саҡыраһың, билдәһеҙ ҡыҙ,
Аҡ томан эстәренән,
Һөйөүем йондоҙо кеүек
Янаһың кистәремдә...

Әллә тороп ҡалырғамы
Яҙмышым карабынан?
Билдәһеҙ ҡыҙ, һин ах(ы)ры,
Башҡайым харабына...
Аҡ томан аша атылам
Хыялым тарафына,—
Кем көтәлер мине унда
Хистәрҙән яратылған?..