Бик алыҫ аралар аша ла...

Бик алыҫ аралар аша ла
Йөрәгең һуҡҡанын ишетәм.
Йөрәгең тибеүе туҡтаһа,
Ҡайнар сым йөрәгем өшөтә.

Ҡайнар сым!
Мин һиңә өндәшәм,
ялбарам:
“3инһар, һин өҙөлмә!
Йөрәкте йөрәккә бәйләгән
Һин генә берҙән-бер элемтә...”

Хәүефле сыңғылдап ҡуяһың
Үпкәндә тигеҙеп иренем.
Ҡайнар сым!
Һыуынып тор бер аҙ,
Йә беҙҙең хистәрҙән ирерһең!..