Беҙҙең йөрәк — ҡәберегеҙ

Сталинизм ҡорбандары — Афзал Та­һиров,

Дауыт Юлтый, Булат Ишем­ғол, Төхфәт

Йәнәби, Ғабдулла Аман­тай, Имай

Насыриҙарҙың яҡты иҫтәлегенә.

 

Ауҙарҙылар бер мәл айыбыҙҙы,

Ҡараңғылыҡ баҫты аңыбыҙҙы,

Балҡый күктә ҡояш, айыбыҙ бар,

Ә айырып булмай юлыбыҙҙы.

 

Сая рухлы күпме азаматты

Әпкәләйҙәр аҙым һайын һатты.

Ил улдарын халыҡ дошманы, тип,

Ултыртыусы хас дошмандар артты.

 

Еребеҙҙе баҫты ҡараңғылыҡ,

Йәнебеҙҙе аҫты ҡара ҡылыҡ.

Ҡотҡарырға уны ниҙәр ҡылып,

Яҡтыртырға уны ниҙәр яғып?

 

Күтәрелеп палач балталары,

Күпме йылдар илдә ҡан таланы,

Төрмәләрҙә, тамуҡ-лагерҙарҙа

Яҙмыштарҙы иҙҙе, ботарланы...

 

Һеҙҙе палач ергә күмдем, тине,

Бирҙе хисап: барыһы үлде, тине,

Хаталанды иллә:

Ергә түгел,

Беҙҙең йөрәктәргә күмде һеҙҙе.

 

Торғонлоҡтоң әүәҫ ҡуштандары,

Диктаторҙың үтәп ҡушҡандарын,

Исемегеҙҙе һыҙҙы тарихтарҙан...

Тик буламы тыйып ташҡындарҙы?!

 

«Билдәһеҙҙәр» һаман ҡай берегеҙ,

Арта бара әммә ҡәҙерегеҙ.

Бер үкенес: сәскә һалырлыҡ та

Ер өҫтөндә юҡ бит ҡәберегеҙ.

 

Ҡаплап торғас аңды дан ышығы,

Быуғас юлды юха шыуышыуы,

Булғас йәндә «ут һыу» ҡауышыуы,-

Эйе, яңы сыҡты тауышыбыҙ.

 

Үтте заман — байтаҡ йәшерендек,

Бөгөн, һеҙ, тип әрней хәтеребеҙ,

Бөгөн, һеҙ, тип дөрләй йөрәгебеҙ,

Беҙҙең йөрәк — һеҙҙең ҡәберегеҙ!..

 

Ҡараңғылыҡ ҡаплай аңыбыҙҙы,

Ҡара ҡылыҡ таплай ҡаныбыҙҙы...

Көтәһе юҡ!

Ҡалды үҙебеҙгә

Аттыраһы атыр таңыбыҙҙы

Яндырып та йөрәк майыбыҙҙы...