Беҙҙең тормошҡа алмашҡа икенсе донъя килә...

Беҙҙең тормошҡа алмашҡа
Икенсе донъя килә,
Яңы замандан ҡалмаҫҡа
Сабырға тура килә.

Иҫке донъяны һүтәләр,
Яңыһын күтәрәләр.
Торғоҙабыҙ тип яңыны
Булғанды түңкәрәләр.

Илгә яңы синыф килә -
Еңел кәсепкә йәшәү.
Мужикка ҡала бил бөгөү,
Йәки хәмерҙән сәсәү.

Көнбайыш ғәҙәттәренең
Үтеп инмәүе ҡайҙа:
Урамдар тулы “Бар”, “Пепси” –
Эшҡыуарҙарға файҙа...

Һағындыра ауылымдың
Моңло аулағаштары.
Наҡыҫ булһа ла һыйҙары,
Йөрәккә шул һағыштарҙың
Майҙай яғылыштары...
2000.