Беҙ нимә ул, туған, беҙ нимә ул...

Беҙ нимә ул, туған, беҙ нимә ул,
Йәшәү ауыр тиеп зарланған,
Күрмәһә лә тормош ауырлығын,
Бәйғәмбәрҙәр ҙә ҡан илаған.

Беҙ инде ул нужа һурпаһын да,
Әсе-сөсөһөн дә татыған,
Башыбыҙҙан бер кем һыйпаманы,
Шым үткәрҙек яҙмыш ҡатыһын.

Гонаһыбыҙ булһа, кисерегеҙ,
Тормош булғас, унһыҙ булмайҙыр.
Ҡан илаған бәйғәмбәрҙәр генә
Был донъяла гонаһ ҡылмайҙыр.