Беҙ - кеше

1991-2010.

I

 

Йәшәү көн дә ауырлаша,

Һынай беҙҙең ныҡлыҡты,

Торғонлоҡҡа ҡаҡлыҡты ла

Рухи ағым тыҡлыҡты.

Майҙандарға сыға халыҡ,

Ҡалманымы сараһы!

Тик был әле дауа түгел,

Бары әрней яраһы,

Дауаһын бар табаһы!

Баш күтәрә шахтерҙар,

Даулаша көтөүселәр,

Илселектәрҙә гөж килә

Иленән китеүселәр...

Кемдәр генә баш күтәрмәй!..

Һәр береһе шарт ҡуя,

Талап итә, янай, һорай,

Бары үҙен хаҡ тоя...

Экология...

Тел...

Милләт...

Барыһы бергә уҡмашты.

Ҡайһы төйөндө алһаң да

Сисеп булмай тауышһыҙ...

 

Көньяҡ дуҫым әйтә:

“Башҡорт

Йыуашланды, баҫылды...”

Әйтһен.

Башҡорт бер ҡасан да

Алмаған сит аҡылды.

Инде хәҙер беҙгәләме

Баш күтәреп сығаһы?

Ҡорономо сабырлыҡтар,

Бөттөмө ни сыҙамлыҡ?

Күҙ һалайыҡ тарихтарға,

Халҡым үткән юлына.

Сәсәндәрҙе ил тыңлаған,

Ҡорал алһа ҡулына.

Оло ғалим кәңәш бирә:

— Ҡанлы башҡорт тарихы.

Әгәр миҫал кәрәк булһа,

Шатлыҡ көтмә, варисым.

Башҡорттарҙы,

Яуҙан бигерәк,

Үҙ ерендә ҡырғандар.

Талап ерен, киҫеп телен

Ҡол иткәндәр, ҡыуғандар…

Тик үрсемле булған халҡым!

Хас тәбиғәт балаһы.

Йәшәү сәмен бына кемдән

Өлгө итеп алаһы!

Сәңгелдәктә малай ятһа,

Буялғандай дегеткә,

Бер ун йылдан әйләнгән ул

 Яу сабырлыҡ егеткә!

Илбаҫарҙар ҡыҫҡан һайын

Күтәрелгән башҡорттар,

Хаҡлыҡ яҡлап азаматтар

Күп йөрөгән Баш Йортҡа.

Ас-яланғас булғанда ла

Батшаға баш эймәгән,

Арҡа терәп Уралына,

Таҡыя башлы ҡурайында

Оҙон көйөн көйләгән.

Рәсәйгә иң ауыр мәлдә

Башҡорт баш күтәрмәгән,

Үҙе бөлгән, яфа күргән, —

Дошманды үткәрмәгән.

 

***

Аҡһаҡалдар йыйылып,

Ырыуҙа ҙур ҡор йыйып,

Түңәрәлеп ултырып,

Хәл-әхүәлде белешеп,

Донъя хәлен һорашып,

Һүҙ алышып, уйлашып,

Уйнап-көлөп һөйләшеп,

Тәғәм-ризыҡ ейгән һуң,

Фатиханы биргән һуң,

Төп һүҙгә лә еткәндәр,

Бергәләп хәл иткәндәр:

Илгә батыр һайланған,

Ырыуға баш һайланған.

Башҡорт ырыу батырын,

Йәнә ырыу башлығын

Ситтән һайлап ҡуймаған.

Ситтән һайлап ҡуйыр ине

Үҙ батыры тыумаһа,

Башлы ирҙәр булмаһа.

Батырҙан батыр кем булыр,

Ил батыры шул булыр.

Йәберләмәҫ көсһөҙҙө,

Тиңһенер тик көслөнө,

Батырмын тип маһаймаҫ,

Алъюҫыҡҡа ҡупаймаҫ,

Ажарланыр көрәштә,

Айбарланыр алышта,

Йәш алдында абруйлы,

Олоға һүҙе үтемле,

Ҡыҙ-ҡырҡынға һөйкөмлө,

Илдә булыр әҙәпле,

 Яуҙа булыр йөрәкле,

Һанлар йән дә ҡан дуҫты,

Өҫтөн күрер намыҫты,

Ана шундай үткенде,

Иң өлгөрөп еткәнде

Ил батыры иткәндәр.

Батырҙарҙың батырын,

Аҫылдарҙың аҫылын,

Таҫылдарҙың таҫылын,

Асылдарҙың асылын,

Башлыларҙың башлыһын,

 Хаҡлыларҙың хаҡлыһын,

Үҙ ерендә тыуғанды,

Үҙ илендә үҫкәнде,

Әсә теле күкрәк һөтө

Менән йәненә күскәнде,

Ата һүҙе ҡара йәштән

Күңеленә һеңгәнде,

Халҡы моңон, халҡы зарын

Бауырына баҫҡанды —

Аҡһаҡалдар байҡаған,

Ҙур өмөттәр бағлаған,

Иң лайыҡлы тигәндәр,

Ырыуға баш иткәндәр...

 

II

 

Заманалар үҙгәргән,

Иләгенән иләгән,

Дауылында елгәргән,

Яҙмыштарҙы түңкәргән,

Ай замандар, замандар

Тейгән икән теңкәгә...

Башҡорт иле тарҡалған,

Көнө-йүне тар ҡалған,

Батыр ирҙәр ҡырылған,

Сәсән телдәр ҡырҡылған,

Аҡһаҡалдар ҡороған,

Илдә бушлыҡ яралған,

Етем, еҫер таралған,

Юл асылған яттарға,

Әрәм тамаҡ ҡорттарға.

Яттар уҙған тас түргә,

Башҡорттарға — баш, түрә,

Баш эйҙерергә иткән,

Таш ейҙерергә иткән.

Башҡорттарға ул түрә

Ситтән килгәнгә күрә

Халыҡ телен белмәгән,

Халыҡ зарын күрмәгән,

Халыҡ рухын тоймаған,

Халыҡ күркен һиҙмәгән.

Ил аулаҡ, тип, күп ейгән,

Ауыҙы яман өйрәнгән.

Матур күп, тип нәфсеһен

 Тыя алмай ирәйгән,

Майҙа йөҙгән бөйөрҙәй,

Михнәт күрмәй көрәйгән.

Башҡорт йыуаш, тигән ул,

Быҙау ише күргән ул,

Тартҡан яҡҡа атларҙай

Үшән аттай, тигән ул,

Теләгәнсә иҙгән ул,

Халыҡ ҡанын имгән ул.

 

Баһымсаҡҡа баҡа — айғыр,

Булһаң әгәр бер бахыр.

Ҡамсы менән, ут менән,

Һөргөн менән, йот менән

Һеңдергәндәр бер вәғәз:

 “Башҡорт — миңрәү бер әҙәм…”

Яҙмышына баш эйеп,

Яуызлыҡҡа түҙгән ул … 

Революция эсендә

Ҡотолоу барын һиҙгән ул,

Залимлыҡтың ҡоршауын

Ҡәһәтләнеп өҙгән ул,

Хәләл ҡанын түккән ул,

Күпме ҡорбан биргән ул!

Ирек юлы — минең юл, тип,

Ут эсенә барған ул,

Хөрриәтте алған һуң

Саҡ-саҡ баҫып торған ул …

 

***

— Ил өҫтөндә ни яман?

— Мафия булһа, шул яман.

— Нимә һуң ул — мафия?

Ниндәй мәғәнәгә эйә?

 

Олатайҙар ишетмәгән,

Атайҙар һис белмәгән,

Әсәйҙәр һис күрмәгән,

Ил түренә үрләгән

Ул яманлыҡ ни булыр?

— Мафия тигән шул булыр.

 

Ҡоторған ас бүреләр,

Йүгерек аяҡ уғрылар,

Күреп хужа юҡлыҡты,

Өйөргәндәр һарыҡты,

Сыҡҡандар, ти, тамаҡлап,

Бар көтөүҙе тәләфләп,

Ашағандан ҡалғанын

Күмгәндәр, ти, шым ғына,

Шылғандар, ти, язаһыҙ...

Илгә төшкән ҡазаһы.

 

Бүре ише кешеләр,

Мансаф тағып түшенә,

Ябынып һарыҡ тиреһе,

Ябырыла төшөмгә,

Илдә һиллек төшөүгә,

Аҫтыртын тешләшәләр,

Һәр урында әшнәләр,

Бүтәндәр иҫәбенә

Туҡ кикереп йәшәйҙәр,

Гел тәккәбер ҡиәфәт,

Битлектә — шат кәйфиәт...

— Шул булырмы мафия?

 

— Йәшеренгән ҡара көс,

Боҙоҡ ниәт, ҡара үс,

Тамыры уның тартыла

Аҡһөйәклек затына,

Мәкер, хәйләгә эйә,

Хәрәм ризыҡ, мал йыя.

Милләтеңдән ҡан һура,

Башыңды ашап, йән һура,

Үҙенә гел дан һорар,

Хәйерһеҙ көс — мафия,

Яман шеш ул — мафия...

 

III

 

Бөгөн илгә еңелме,

Янамаймы тарҡалыш?

Бүленгән — бүрегә, ти,

Ҡайҙа илтер тартҡылаш...

Өндәмәләр — буш боғаҙ,

Ең һыҙғаныр мәл етте.

Бәғзеләр мәсьәләне

Баш күтәреп хәл итә.

Үҙ илеңдә баш күтәр? —

Күргәнгәме ни йәбер?

Борон булһа — баш китәр,

 Лагерь, төрмә йә ҡәбер.

Ул ни тигән эш, туған,

Үҙ илеңдә баш күтәр? —

Илең һиңә дошманмы? —

Ашҡа ҡаршы — таш күтәр!..

 

Әгәр беҙ баш күтәрһәк? ! —

Күп йәшәнек баш эйеп,

Нәфрәт йотоп, ҡаш төйөп,

Өлөшкә риза булып,

Мал бүлешкә күҙ йомоп,

Дан бүлешкә ҡул сабып,

Ауыҙҙы елгә асып,

Йән әрнеүен саҡ баҫып...

Йырҙарыңда йырланған,

 Ҡурайында данланған

Таш билбауың — Уралың,

Ҡот һаҡлаған ҡоралың,

Мөғжизәле ҡомартҡың

Туҙып бара — йомартһың:

Өйөр-өйөр йылҡылар

Тибенләрлек далаң юҡ,

Көтөү-көтөү малдарың

Утлап йөрөр ялан юҡ;

Ыҫлай күкте киң һауыт —

Баҫты илде химзавод.

Эсәйем тиһәң саф һыу —

Эсеңде тишер ағыу…

 

Телһеҙ башҡорт кем булыр —

Телен белмәгән шул булыр,

Моңһоҙ башҡорт кем булыр —

Моңон һөймәгән шул булыр.

Ғәмһеҙ башҡорт кем булыр —

Йоҡлап йөрөгән шул булыр.

Заңһыҙ башҡорт кем булыр —

Йолаһын онотҡан шул булыр,

Хисһеҙ башҡорт кем булыр —

Милли тойғоһоҙ шул булыр,

Битһеҙ башҡорт кем булыр —

Халҡын һатҡан шул булыр.

 

 

Нимәң ҡалды таланмай? —

Йөрәгең ҡалды Уралдай.

Нимәң ҡалды иҙелмәй? —

Йәнең ҡалды Иҙелдәй.

Нимәң ҡалды һатылмай? —

Намыҫың ҡалды аҡыҡтай,

Кемең ҡалды атылмай?

Батырҙарың хаҡлыҡтай,

Нимәң ҡалды йолҡолмай? —

Телең ҡалды холҡоңдай.

Ҡалды йәнә есемең,

Башҡорт тигән исемең.

 

Халҡым бындай хәлдәргә

Үҙе теләп ҡалмаған,

Булған заман: бөтә илде

Ҡурҡыу ҡорто ялмаған,

Баҫҡан диктат талпаны,

Автономия алғас та

Аҙмы ҡан-йәш ҡойолған.

Батшалыҡ булмағанда ла

Халыҡ ирке тыйылған.

Утыҙ ете — ҡанлы йыл

Һәр милләт тарихында,

Миллион ҡорбан ыңғыраша

Лагерҙар тарафында.

Һәр дәүерҙең һатлығы,

Түрәнең — үҙ ҡуштаны

Шикәйәт йә донос яҙып,

Фашлаған “халыҡ дошманын”.

Төрлө яҡлап: өҫтән, аҫтан

“Өшкөрҙөләр” башҡортто —

Һәләтлеһен һелтәнеләр,

Башлыларҙан баш осто…

“Милләттәр атаһынан”

Бик ауыр мираҫ ҡалған:

Баш тартыу шик-шөбһәнән,

Ҡотолоу ҡанундарҙан.

Торғонлоҡ йылдарында ла

 Ҡанлы утыҙ етене

Ҡабатларға көҫәүселәр

Булды әле етерлек.

Тарихтарҙан йолҡолдо

Ҡыҙыл комдив Мортазин,

Исеме таплы булды

Шәйхзада Бабичтың,

Милләтсенән кәм түгел

Эҙәрләнде Рәмиҙәр…

 

***

 

Заман менән халыҡ та

Түгел инде элекке.

Заман башҡа — заң башҡа,

Шуға әҙәм күнекте.

Боронғоно онотто,

Гел яңыға юл тотто.

Яңы булһа — яҡшы, тип,

Һәр “яңыны” тиҙ отто.

Яңы ҡаплай иҫкене,

Зиһенен арбай кешенең.

Ҡый баҫҡандай баҡсаны,

Тәрбиәһеҙлек ҡапланы.

Йәнде баҫты моңһоҙлоҡ.

Еңеп алды уйһыҙлыҡ,

Түргә уҙҙы ялғанлыҡ,

Хаким булды тупаҫлыҡ,

Сәскән кеүек үрсене

Әҙәпһеҙлек, аҙғынлыҡ...

Өҫкә сыҡҡас ят ҡылыҡ,

Түңкәрелде яҡшылыҡ,

 Кәмһетелде изгелек,

Иман ятты иҙелеп,

Шәрә йөрөй мөхәббәт,

Күптәр уға мөкиббән,

Бары ла шул мөхиттән,

Ғиффәтлелек көлөнгән,

Боронғолоҡ бөлөнгән...

— Боронғола ни ята?

— Ҡатлы-ҡатлы тел ята,

Үҙәкте өҙөр моң ята,

Аяныслы уй ята,

Мәңге һынмаҫ рух ята,

Атайҙарға ут ята,

Әсәйҙәргә ҡот ята,

Уландарға уҡ ята,

Килендәргә күҙ ята,

Ололарға һан ята,

Балаларға ян ята,

Зауҡы барға, дәрте барға

Сиселеп бөтмәҫ сер ята,

Сер ята, ау, сер ята...

 

IV

 

— Ай бөйөк сер, бөйөк сер,

Нимә булыр, тиһеңме?

Сергә асҡыс кәрәктер,

Уны асҡан һирәктер.

Кеше үҙен аңларға,

Тирә-йүнен байҡарға

Ғүмер баҡый тырышҡан,

Әлеге серҙе асырға

Һайлап асҡыс яратҡан.

— Йәшәү айышы нимәлә?

— Ғәләмдә лә әҙәмдә.

— Әҙәмдә тигәнең ни булыр,

Ашау, эшләү, йоҡлаумы?

Хилаф хәлгә йоҡмаумы,

Үҙ-үҙеңде һаҡлаумы,

Әллә дөрләп яныумы,

Яман юлға баҫмаумы,

Яҡшы юлдан атлаумы,

Бала өсөн йәшәүме,

Үҙ ырыуың ағасын

Емешлерәк итеүме,

Яңғыҙ донъя көтөүме?

— Ғүмер ағышын туҡтатып,

Байҡағаны булһамы,

Әхмәтме ул, Иванмы,

Ғафил булып тыумаһын,

Бер көн килеп: “Был донъяла

Мин кем?” — тиеп уйлаһын,

“Ҡайҙан?” — тип тә уйлаһын,

Ҡулын һелтәп ҡуймаһын,

Ете быуын бабаһын

Хәтерләһен — барлаһын.

Үҙ урынын тапмаған,

Үҙ һәләтен асмаған,

 Үҙ баһаһын белмәгән,

Үҙ хыялын бикләгән,

Эшкә дәртен һалмаған,

Йәнен фиҙа ҡылмаған —

Көнөн елгә елгәрер,

Ғүмерен зая уҙғарыр.

 

Бөйөк серҙең береһе:

“Ҡайҙа барам, кем булам?”

 Уныһы ла сиселһен,

Һуңға ҡалмай киҫелһен,

Үҙ мәлендә өлгөрөп,

Мейеһенә һил йүгереп,

Уҡ һымаҡ уйы менән

Алыҫты ла айҡаһын,

Бейекте лә байҡаһын,

Тәрәнде лә буйлаһын,

Билдәһеҙҙе ҡуймаһын,

Һуңламаһын, уйлаһын,

Уйлаһын, ау, уйлаһын...

 

***

“Башҡорт аҡылы һуң төшә,

Һуң төшһә лә мул төшә”

Тигән әйтем йәшәгән,

Күп дәүерҙәр үтһә лә

Һис тә телдән төшмәгән.

— “Һуң” тигәнең ни булыр?

— Мәле уҙһа — шул булыр,

Быуын-быуын балаларҙың

Күңелдәре туң булыр,

Йөрәктәре боҙ булыр,

Күҙҙәрендә тоҙ булыр,

Телдәрендә ыу булыр,

Һуң булыр, ау, һуң булыр...

 

— “Мул” тигәнең ни булыр?

— Йәнгә йәннәт, ҡот ҡуныр.

Теләһә — башҡорт төйәге

Таң атҡанса гөл булыр;

Теләһә — ил төкөрһә,

Таң атҡанса күл булыр;

Теләһә — дошманы илдең

Таң атҡанса көл булыр.

Хәлебеҙ бик аяныс,

Йәнебеҙ бит аяулы,

Мәлебеҙ бик саялы,

Сара табыу самалы,

Күпме ҡан-йәш ҡояһы! —

Күптән һабаҡ йыяһы.

Һуңғы башҡорт ҡалғанын

Көтһә, хас дошман көтһөн,

Беҙгә бәтлек теләгәндең

Йөрәген нәфрәт — уҡ өтһөн!

Ишетелһен бер оран,

Барса Уралды урап,

Күтәрелер бер төптән:

Егет-елән — бөркөттәр.

Ир-азамат — арыҫлан,

Ҡусты-мырҙа — ҡарсыға,

Ишетелһен бер оран —

Һәммәһе лә яу сыға!

 

Мул төшөүен көткәнсе,

Һуңғы оран еткәнсе,

Аҡылыңды йыйырға,

Хаҡлығыңды ҡуйырға

Мәле етте түгелме,

Мәле етте түгелме?!

 

***

— Дуҫлыҡ тигәнең ни булыр?

— Ихлас тойғо — шул булыр:

Буш урында яралмаҫ,

Ялған хискә ялғанмаҫ,

Булырҙайҙан тайшанмаҫ,

Булмаҫтайға таянмаҫ.

Халҡыма гел хас булған

Нағыҙ һыҙат юғалмаҫ;

Киң күңел, изге ниәт

Ваҡыт менән юйылмаҫ,

Атай-олатай антына

Хыянат сире яғылмаҫ,

Ҡан-ҡәрҙәшкә, күршегә

Дошман суры ҡағылмаҫ.

Ел-дауылдар ҡупһа ла

Дуҫлыҡ юлы өҙөлмәҫ,

Бер ниндәй ҙә яуыз көс

Дуҫлыҡ ҡулын өҙәлмәҫ!

— Дуҫ тигәнең кем булыр?

— Тоғро юлдаш — шул булыр.

Атың батып ятҡанда

Атың тартып сығарыр,

Йәнең сарсап барғанда

Күңелеңде һуғарыр,

Ҡаның ойоп ятҡанда

Ҡаның яҙыр дәрт бирер,

Йортоңдо афәт ватҡанда

Түбәңә тирмә кирер.

— Дуҫ тигәнең кем булыр?

— Тоғро кеше — шул булыр.

Бер-беренә иш булыр,

Көнө бөткәнгә көн булыр,

Йүне бөткәнгә йүн булыр.

Иле барҙың — уты бар,

Уты барҙың — дуҫы бар,

Дуҫы барҙың — ҡото бар.

Уты барҙың, дуҫы барҙың

Ҡото бар, ау, ҡото бар!..

 

***

Яҡшынан яҡшы тыуыр,

Ямандан яман тыуыр,

Яҡшы юлын яҡшы ҡыуыр,

Ямандыҡын кем ҡыуыр,

Ямандыҡын кем ҡыуыр?

 

Һирәктәрҙән ай һирәк,

Зирәктәрҙән дә зирәк,

Сәсәндәр, һеҙ ҡайҙа ул?

Ниңә сыҡмай өнөгөҙ?

Салауатҡа торорлоҡ,

Ил батыры булырлыҡ,

Батырҙар, һеҙ ҡайҙа ул?

Бөттөмө ни көнөгөҙ?

Халыҡ үҙе ҡуйырлыҡ,

Ил башлығы булырлыҡ

Аҫыл ирҙәр ҡайҙа ул?

Ҡалманымы йүнегеҙ?

Баш күтәрмәй намыҫым,

Баҫалҡыға һабышып,

Тарҡалдыҡмы — ҡайҙа беҙ?

Сыҡтымы ни йәнебеҙ?

Ниңә сыҡмай өнөбөҙ,

Бөттөмө ни көнөбөҙ,

Ҡалманымы йүнебеҙ,

Сыҡтымы ни йәнебеҙ?

Йәнебеҙ, ау, йәнебеҙ?..

 

***

Кеше — үҙе бөйөк сер,

Киң ғәләмдә йыһангир,

Үҙе лә бер есемдер,

Рухы менән көслөлөр.

Рухың менән бөйөклөк,

Әммә түгел хакимлыҡ,

Ул ни бары камиллыҡ,

Аңың менән мәңгелек.

Аҡыл бөйөклөгөнә,

Намыҫ бейеклегенә,

Мөхәббәт сафлығына,

Күңел зауыҡлығына,

Ижад сикһеҙлегенә,

 Хәтер изгелегенә

Кеше мәңге ынтылған,

Ҡолаған да ҡыйралған,

Саң-туҙанға ыуалған,

Тәү үткәндәр юғалған,

Яңылары талпынған,

Һаман серҙе асырға,

Шул маҡсатҡа ашырға.

Ә сер — сер көйө ҡала,

Тартып тора гел алға...

 

 

— Ғәләм тигәнең ни булыр?

— Әҙәм рухы ғәләмдә

Есем серен сисергә

Баш күтәргән һәр һулыу,

Күпме ғазап кисергән?..

Кеше ғүмере шул юлда —

Кескәй генә бер улъя.

Әммә рухы ҡомарын

Тотоп булмайҙыр ҡулда.

Бер ғүмер арауығы

Рух өсөн кәртә түгел.

Уға сиктәр, биктәр юҡ,

Киң булған кеүек күгең.

Беҙҙең быуын был ерҙә

Һуңғы быуын булмаһын.

Килер яңы быуынды

Афәт быуып ҡуймаһын.

Бар әҙәмдең теләге —

Быуын-быуын йәшәүҙә.

Бар ғәләмдең ҡануны —

Мәңгелеккә күсеүҙә,

Күсеүҙә, ау, күсеүҙә...