Әнүәр Ишбирҙинға
Улың бейей, һин баҫҡанһың
Сәхнә артына,
Улың түгел, гүйә, үҙең —
Бәйге атында.
Бар ҡөҙрәтең, барса уйың —
Күҙ ҡарашыңда,
Бейейһең һин улың менән
Шул торошоңда.
Әйттереп баҫмаһа улың,
Һин әйттерәһең.
Теттереп баҫмаһа улың,
Һин теттерәһең.
Талпынаһың — бына-бына
Осоп китерлек,
Дәрт-дарманың илдән илгә
Сәләм илтерлек...
Бөркөт тә шулай өйрәтә
Үҙе балаһын,
Бейеклекте, иреклекте
Яулап алаһын...
Улың бейей.
Саҡ тораһың —
Тулай күңелең,
Ҡарашыңда:
Осҡон сәсеп,
Бейей ғүмерең!..