Батыр яраһы

Батыр яраһы

 

Килә алмаһам һиңә, гел үкенәм,

Үпкәләткән кеүек атамды.

Һин дә, гүйә, минең хәлгә кереп,

Туҡтатҡанһың ярһыу атыңды.

 

Мин генәме?! — Сал тарихлы халҡың

Уйы менән һиңә тартылған:

Батырына килә,

Эйәргәндәй

Бөтә Урал, ҡубып артыңдан...

 

Яраларың инде уңалғандыр —

Аҡ шоңҡарҙар сөйә Уралым.

Ике быуат үткәс ҡайтып еттең,

Урай-урай юлдың урауын.

 

Халҡың ватты ҡоллоҡ бығауҙарын,

Урал йөрәгенән нур алып.

Ер шарына инде таныш моңдар

Эй тарата дәртле ҡурайың...

 

Урал аша һөйрәп бығауҙарын

Каторжандар үтмәй Себергә.

Ерем әҙер бәхет үҫтерергә —

Ҡулың етһен орлоҡ һибергә...

 

Тирә-яғың гөл-сәскәләй көлә,

Нур-йөҙҙәрҙән сафлыҡ бөркөлә.

Аҡ өйҙәрҙән ҡурай моңо килә,

Күҙҙә шатлыҡ йәше эркелә...

 

Тик һин генә һаман — уяу яугир,

Йыйынмайһың атың тышарға,

Һин булғадир ғына түгел,—

Шағир! —

Оран һүҙең тора ташырға.

 

Төшһәң ине, шағир, толпарыңдан,

Сыҡһаң ине хозур сәхрәгә;

Ятһаң ине шифа үләненә,

Шиғыр һөйләп моңһоу сәскәгә...

 

Юҡ, һин быға, күрәм, риза түгел:

Һин шағирһың яугир сифатта.

Башҡорт атһыҙ йәшәмәгән кеүек,

Һин йырсыһы илдең тик атта.

 

Ҡарайым да һиңә хайран ҡалам:

Ярһыуҙарың китмәй йөҙөңдән.

Алғанһыңмы әллә йыйып илдең

Барса яраларын үҙеңә?..

 

Һиңә килеп сисһәм уйҙарымды,

Күңелемдән боҙҙар кителә...

Уңалмаған, батыр, яраларың,

Уйылғандар ерҙең битенә.

 

Ҡара ҡыштың ҡорос сасҡауҙары,

Йәлләү белмәй, ерҙе сатнатҡан, —

Ер ярылған...

Килеп баҫтым хас та

Һулҡып ятҡан тере яраға!

 

Ер яраһы...

Үтеп киткән хатта

Толпарыңдың тояҡ аҫтынан.

Был яраның бер осонда — Тарих,

Бер осонда — Заман алҡына...

 

Тынмаҫ сая рухың алдында мин

Һалдат һымаҡ — торам нарядта.

Көн шауҙары тынып ҡалған мәлдә

Шанлы тарих уҙа парадта...

 

O

 

“— Беҙ “Башҡорт илен, башҡорт иркен һаҡлаймыҙ”, — тигәндәре өсөн Ур тамағында үлтерелгән биш мең ҡоралһыҙ башҡорттоң, Яйыҡҡа батырылған өс мең башҡорттоң, Минзәләлә үлтерелгән Аңғар, Килмәт, Әлшәй, Юлдаш, Әминдең, Батыршаның, бынан ун ете йыл борон яндырылған башҡорт ауыл­дарының ҡонон Бүгәскә ҡушылыу менән алыр­ға тейешбеҙ...” (Салауат телмәренән).

Салауаттың әйткәне:

 

Барлыҡ Урал ут ҡапҡандай төтәй

Яндырылған күпме ауылдан!

Бөгөн илем күҙ йәшенән сәсәй,

Иҙел ташҡан һымаҡ яуындан.

 

Барлыҡ Урал сал әсәләй сеңләй

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡоллоҡ зарынан.

Башҡорт йорто иләү кеүек геүләй

Сәскә кеүек ғүмер хаҡына.

 

Ошоғаса кем һуң йәбер ҡылды,

Башҡорт илен мәңге йәлсетмәй?..

Яндырылған ауыл,

Һатылған йәр

Кемдең әле йәнен әсетмәй?

 

Бирмәнекме анттар үс алырға,

Күмерҙәрен үбеп ауылдың?

Дошман уты өткәс,

кәре ҡайтып,

Ауыҙҙары кемдең ябылды?..

 

***

Иң бахырлыҡ нимә донъяла? –

Илдә боҫоп ҡалыу хаҡ яуҙан.

Иң аяныс хәл ни донъяла? –

Халҡың менән бергә булалмау.

 

Иң ауыр хәл ниҙә батырға? –

Яралланып өйҙә ятыуҙа.

Ә яраның иң-иң ауыры? –

Булыр рухи ҡоллоҡ бығауы.

 

Күпме быуат ата-бабам

Шул ҡоллоҡта интеккән.

Хандарына, бейҙәренә

Баш һалған да бил бөккән.

 

Йәнә баҫа ҡараңғылыҡ

Уралымды – илемде.

Йәнә ҡыла дошман хаслыҡ:

Боғаҙларға иркемде.

 

Алырҙар тартып еремде,

Һуйырҙар ете тиремде;

Йолҡорҙар сәсән телемде,

Ҡайтарырмын барыбер иркемде…

 

O

 

“Нимә бараһынан да хәүефлерәк? Йыртҡыс (Е.И. Пугачев. – Ред.), әлбиттә, үҙенең көсө менән ҡурҡыныслы түгел. Әммә был яҡтағы төрлө ҡара халыҡтың дөйөм болғанышы рухын тынысландырыу еңел булмаясаҡ...” (Генерал-аншеф А.И.Бибиковтың восстаниене баҫтыры­уға йүнәлтелгән каратель ғәскәрҙәре һөжүме тураһында батша Екатерина II-гә ебәргән донесениеһынан. 1774 йыл, 5 февраль.)

 

Ҡаплап алған ҡуйы ҡараңғылыҡ

Урал армыттарын бығаулап.

Шом һырыша ергә ауыр таштай —

Төн ҡоштары түҙмәй илаулай.

 

Ҡараңғылыҡ иҙә тирмәләрҙе,

Тонсоҡтора йәнде биләүҙә.

Хәүеф һиҙеп, йәйләү тыныс түгел,

Тыныс түгел ҡорттар иләүҙә...

 

Урал буйлап теҙелеп-теҙелеп яна

Аҡыҡ кеүек уттар сылбыры.

Ошо уттар бер мәл күңелдәрҙән

Ҡараңғылыҡ һөрөмөн яндырыр!..

 

Уттар яна, ер күкрәген уйып,

Баҙрап-баҙрап һибелә ҡуҙҙары.

Шул ҡуҙҙарҙан янып күмерләнә

Башҡортомдоң бөтмәҫ уй-зары.

 

Сыраҡтарҙың сағыу ялҡындары

Көсәйгәндән һаман көсәйә.

Шул уттарҙың сая осҡондарын

Ел тарата бөтә Рәсәйгә.

 

Әбей батша туҙа икән, тиҙәр,

Итәгенә килеп ут ҡапҡас.

Төштәренә керә икән, тиҙәр,

Башҡорт ерендәге усаҡтар...

 

Урал буйлап, лагерь-лагерь тора

Ирек өсөн ҡалҡҡан батырҙар.

Уттар яғып, улар әмер көтә

Бүгәс тыуы аҫтына баҫырға.

 

Усаҡ яна, ҡыуып төн ҡараһын,

Тирә-яҡҡа осҡон тарала.

Балаларын уйлап, эй йөрәкһеп,

Уттар яға батыр Салауат...

 

Ишетелеү менән ат тояғы,

Батыр торҙо:

— Юлдар нихәл һуң?

Салауатҡа сапҡын рапорт бирҙе:

"Симгә етеп килә Михельсон..."

 

Армияһын батыр, йәшен итеп,

Ҡараңғылыҡ өҫтөнә ташланы...

Һары таңда тыуған тупраҡҡайҙы

Аҫыл ирҙәр ҡаны ашланы.

 

O

 

Әмер бирҙе Салауат Әбдрәшиткә, фарман яҙ, тип, сиреү йыйырға; Иҙел башы тимер за­водында кисекмәҫтән туптар ҡойорға; ебәр, тине, йәнә фармандарын баш һалмаған хәлле тарафҡа: бөрйәндәргә ебәр – Ҡаҙыршаға; үҫәргәнгә ебәр — Ҡәрйәнгә; тамъяндарға ебәр — Сурағолға; түңгәүергә ебәр — Ҡуңратҡа...

 

Әй ҡурайҡай!..

Башҡорт ҡайғыларын

Бушатырға, ахыры, яралған.

Бәғерҙәрҙе һығып сыҡҡан һағыш

Быуат-быуат илгә таралған.

 

Урғып аҡҡан Йүрүҙәнгә ҡушлап,

Үркәс ҡаяларҙан ҡаҡлығып,

Йыр яңғыраны,

Моңға күҙен асып,

Ер киткәндәй булды яҡтырып.

Шылтырап ҡына аҡҡан шишмә

тауышын

Айлы төндәр тыңлай, ел иҫмәй.

Батыр егеттәр ҙә батыр булмай,

Сергеһенән яуҙа ҡан кисмәй...

 

Күк Уралдың яҫтыҡ армыттары,

Йәйрәп ятҡан Яйыҡ далаһы

Тертләп уянды ла

Яуапланы

Моңланғанға батыр балаһы:

Салауат та батыр ҡоралы —

Еҙ башаҡлы ғына уҡ икән.

Батырҙарҙы яуҙа күп күрҙек,

Салауаттай батыр юҡ икән...”

 

Таянды ла батыр ҡайраҡ ташҡа

Ғәйрәтләнеп баҫты турайып.

Һирпелдереп бөркөт ҡараштарын,

Байҡап сыҡты

Йәшкәҙәп тә ятҡан Уралын.

 

— Юҡ!

Боҫорға тейеш түгелбеҙ беҙ,

Ҡуҙғалайыҡ, ағай-энеләр!..

Ярандары дәррәү тауыш менән:

— Беҙ әҙербеҙ, батыр! — тинеләр.

— Әйҙә-ә-ә!..

Батыр, донъя яңғыратып,

Оран һалды, алға уҡталып.

Күтәрелде халыҡ! —

Тулҡын,

тулҡын...

Ниндәй ғәйрәт уны туҡтатыр?!

 

O

 

“Елдәк крепосы янында (Нөркә ауылы)... башҡорт Салаватка менән бик ҡаты алыш бул­ды. ...Унда баш күтәреүселәр яғында өс мең­ләп кеше ҡатнашты..." (Карателдәр отряды командиры подполковник И.К. Рылеевтың Өфө провинциаль канцелярияһына яҙған ра­портынан, 1774 йыл, 25 сентябрь.)

 

Ай нурҙары ҡунған келәм кеүек

Алдарымда — Нөркә туғайы.

Урманында Саҡ-ҡош үҙәк өҙә,

Эҙләй-эҙләй Суғын-туғанын.

 

Шом-тауыштан күңел өркә...

— Нөркә!

Ниңә миңә шомоң юлыҡты?..

Саҡ тауышы әллә шулай моңһоу,

Айлы кисме шулай болоҡһоу?

 

Саҡ-ҡош түгел шулай үҙәк өҙгән,

Шом йомолған, гүйә, Нөркәлә:

Быуаттарҙың һалҡын ҡуйынынан

Биттәремә ялҡын һирпелә.

 

— Нөркә!

Туғайыңда мин — шау яра,

Тәнемдә юҡ кеүек һау ерем:

Һаҙҙарыңдан ана тауыш бирә

Салауаттың дүрт йөҙ яугиры.

 

Миңә таныш, Нөркә ере, һинең

Тарихтағы өлөш-яҙмышың:

Ҡанға ҡатыш һарҡҡан инеш һыуың

Әле яҡты, тәрән ағышлы...

 

Буп-буш туғай.

Уйҙа сайҡаламын,

Ҡылыс йөҙлө үткер күрәндәй...

“Ирек! Ер!” — тип ҡалҡҡан күпме ирҙе

Карателдәр ҡырған, үләндәй.

 

Әле булһа туғай яна кеүек

 Салауаттың ҡайнар эҙенән.

Әле булһа тынмай тама кеүек

Әсәләрҙең йәше күҙенән.

 

Ерен һаҡлап, ирек яҡлап ҡалҡҡан

Ҡарағайҙай дүрт йөҙ аҫыл ир

Ятып ҡалған бында тураҡланып. . .

Ҡуй, үкһемә, Нөркә,

баҫыл, ер!..

Ҡуй, өҙмәҫе, Саҡ-ҡош, үҙәктәрҙе,

Ҡуй, көрһөнмә, күңел, Нөркәлә.

Йор Таныпта томан күтәрелә,

Урал аша нурҙар бөркөлә.

 

Салауат бит бында еңеп киткән,

Ҡалдырһа ла дүрт йөҙ атлыһын.

Донъялыҡта батыр раҫлап киткән

Ниәтенең бөйөк хаҡлығын.

 

Раҫлаған ул аҡыл тапҡырлығын,

Ир намыҫын — дошман килгәндә.

Карателдәр:

— Алдың һаҙ бит, башҡорт,

Көнөң бөттө бит! . . — тип көлһә лә.

 

Алдары — һаҙ,

Өмөт аҙ булһа ла,

Үткән батыр, үткән ныҡ атлап...

Үтә алғанға батша мәкерҙәрен

Уға күпер хәҙер — быуаттар.

 

Саҡ-ҡош үҙәк өҙөп ҡысҡырғанда,

Ябалаҡтар тунын бөркәнә.

Күңелдәрем китә иләҫләнеп,

Айлы кистә моңло Нөркәлә...

 

Табандарым була ҡурылғандай —

Уттай ҡыҙыу ҡурпы Нөркәлә.

Тупраҡ уйып көйрәр йөрәктәрҙең

Ялҡындары биткә бөркөлә.

 

Баҙнат етмәй аяҡ баҫырға ла —

Туғай тере кеүек Нөркәлә.

Үлән булып шыбырлаған өндәр

Ай нурында шомло тирбәлә.

 

Үлән шыбырламай —

Шөңгөр ҡаға,

Шөңгөр ҡаға, гүйә, ҡорбандар.

Кәбән-кәбән ғәййәр салауатсы

Ерҙән ҡалҡып сығып торғандай.

 

Шөңгөр тауыштары тынғы бирмәй

Айлы кистә моңло Нөркәлә...

Нөркә!

Ҡанлы, шанлы ауаздарың

Хәтер дәфтәремә теркәлә,

Хәтер дәфтәремә теркәлә...

 

O

 

“Салауаттың тыуған яғында, Йүрүҙәндең текә ярында, Яҡташ өйө тиеп аталған бер мәмерйә — таш өй һаҡланған. Унда ятҡан ба­тыр Салауат, армияһын батша туҙратҡас; ха­лыҡ көс-хәл йыйған арала таш өй штаб ролен башҡарған. Батыр яҙған унда халҡына иң ял­ҡынлы телмәр-оранын; күтәрелеп йәнә хаҡ яуға баярҙарҙы илдән ҡыуырға... Төнөн ха­лыҡ шым-шым ағылған яҡлашыусы батыр янына; алып унан әмер-аманат, ҡушыла бар­ған Бүгәс яуына...” (Бөгөнгө ил ҡартының һамаҡлауынан.)

 

*

Урал билкәйенә көмөш ҡайыш —

Ялтырап ҡына аҡҡан Йүрүҙән.

Аяҡҡайым талды, йырлы йылға,

Буйҙарыңды ҡыҙырып йөрөүҙән.

 

Күк Уралдың саҡматаштарында –

Салауаттың ҡайнар эҙҙәре.

Сал имәндәр һулышынан тойҙом

Эҫе тынын яугир ирҙәрҙең. . .

 

Тар һуҡмаҡтан өҫкә үрмәләйем,

Артыштарға, ташҡа тотоноп,

Бына — Яҡташ өйө.

Бер аҙымда —

Упҡын ята ҡайнап, ҡотороп. . .

 

**

...Яҡташ өйө.

Бында ятҡан батыр —

Бер был яҡтыңмы ни яҡташы?!

Ул — яҡташы бөтә халыҡтың да,

Йөрөгәнгә ирек яҡлашып.

 

Батыр устарының ҡайнарлығын

Һаҡлай һаман, Урал, аҡ ташың —

Йөрәккәйе һығылып, таянғанда

Һәм ауғанда ерен һаҡлашып.

Йәшәһен дә өсөн башҡорттары

Һауаларҙа — ҡыйғыр бөркөттәй,

Һыуҙарында — көмөш балыҡтай,

Урманында — йылғыр боландай...

 

Яҡташ өйө — аулаҡ, ышыҡ төйәк,

Аяҡ баҫмаҫ хәтәр урында.

Түбәһенән тама шифа тамсы,

Яраларға дауа булырҙай.

 

Бында ята — ҡанһыраған батыр,

Армияһыҙ ҡалған булғадир.

Гүйә, ул бер тылсым көскә эйә —

Ғәскәреңде, батша хәҙрәттәре,

Туҙратыр ҙа донъяң болғатыр!..

 

Ул ошонда — легендар Ир-Алып,

Ана ята, яҙып ҡоласын.

Батша хәҙрәттәре, һинең өсөн

Ҡанһыраған, хәлһеҙ көйөнсә лә

Ул — динамит! Шағир — боласы!

 

Һин һуңланың, батша,

Шағир инде

Күңелдәргә һипте ҡуҙ-һүҙен.

Шул ҡуҙҙарҙан бер мәл империяң

Дөрләп яныр, ҡалыр көл-күмер...

 

 

***

Мәмерйәлә тынлыҡ. Һалҡынлыҡ,

Һирпелгәндәй яуҙар ялҡыны —

Таштар өтә ҡулды. Салауат

Ҡалдырғандыр усаҡ халҡына —

Быуат-быуат һуҡмаҡ йүгерә

Йүрүҙәндең моңло көйөнә,

Батыр эҙен һаман һаҡлаған

Шул таш өйгә — Яҡташ өйөнә...

 

O

 

“...ваз кис, үҙ ғәйебеңде таны һәм буйһонорға кил...” (Йәшерен комиссиялар начальнигы генерал-майор П.С. Потемкиндың Салауат Юлаевҡа яҙған өндәмә хатынан. Ҡазан, 1774 йыл, 29 октябрь.)

 

Тик бер нәмә борсой ил батырын:

Бүгәсәүҙән юлдар өҙөлә,

Тимер ҡулса, уны Йүрүҙәнгә

Ҡамап,

бөгөлгәндән бөгөлә.

 

Таңдан тороп, сығып таш өйөнән

Йүрүҙәндең текә ярына,

Ҡарап торҙо батыр

Атайсалға,

Ҡолаҡ һалды халҡы зарына.

 

Йөрәккәйе әрней ҡыйралыуҙан,

Күңел һыҡтай яңғыҙ ҡалыуҙан.

Урман-сиреү йырып үтер ине

Бүгәсәүгә —

Тайған ҡарыуҙан.

 

Урал ҡуйынында, ҡаяларҙа

Туҙҙырылды бөркөт ояһы.

Батша-аусы йөрөй тотмаҡ булып

Бөркөттәрҙең иң-иң саяһын...

 

Сая бөркөт әле уйға батҡан.

Ҡулда — ҡурай, Уйсан ҡарашы:

“Төйәгемде хозур нурға мансып,

Ҡалҡа алырмы ирек ҡояшы?..

Һиңә, ҡурайҡайым, бөтә серем;

Һәммә эшем мәғлүм халҡыма.

Бер һөйләрһең, ҡурай, балаларға

Тоғро булғанымды антыма.

Бер һин шаһит ауыр уйҙарыма.

Бер һин серҙәш моң вә зарыма.

Бер нәмә йәл бары: ҡаза артты

Ырыуыма, барса затыма...

Ҡамауҙамын. Тоҙаҡ һыҡырыла.

Карат баҫып килә артымдан.

Әммә ҡулым әле ҡорал ҡыҫа...

Яуап әҙер хөкөм алдында.

“Ваз кисергә?..” —

Дошман нимә теләй!

“Ғәйебеңде таны һәм баш һал...” —

Кем алдында кем гонаһлы әле?!

Кем тоҫҡаны уҡты тәү башлап?

Ғәйептәрем булһа — нимәлә һуң?

Халҡым мине үҙе күтәрҙе,

Бүгәскә лә бергә эйәрҙек.

Ил һорағас: “Ирек яҡлаш!” — тиеп,

Юл башларға намыҫым этәрҙе.

Үҙ хөкөмөм — үҙемә әҙер. Беләм

Өлөшөмә нимә тейерен.

Аҡһаҡалдар мине битәрләһә,

Бары шунда башым эйермен.

Ниҙәр ҡылдым ҡыҫҡа ғүмеремдә?

Ниҙәр ҡорҙом, ниҙәр ҡыйраттым?..

Ғүмер фанилеген төшөндөм дә

Золом йөрәгенә уҡ аттым.

Уғым һынды,

Рухым һынманы.

Утым һүнде,

Ҡуҙы һүнмәне.

Яуым бөлдө,

Йырым бөтмәне...

Инде ниҙәр көтә мине алда —

Ҡаты яза, һөргөн, һәләкәт?

Күтәрермен барын,

Тик халҡыма

Һалмаһындар ҡабат йәрәхәт.

Халыҡ — мәңге.

Ул йәшәргә хаҡлы.

 

Ирек теләү — сәбәп болаға;

Халыҡ һайлап ҡуйғас,

Мин әйҙәнем —

Улар яндан барҙы,

Тоғро булып ыҙан-йолаға.

Әммә ҡулым әле ҡорал ҡыҫа,

Йөрәгемдә ҡайнай үс-ялҡын.

Ҡайҙа Бүгәс,

Ҡайҙа Кинйә-абыҙ?

Тағын ҡасан ҡалҡыр күс-халҡым?..

Сабайым да тиһәм, алдым һаҙ,

Атайым да тиһәм, уғым аҙ.

Ян-яғыма боролоп ҡараниһәм,

Йән юлдашҡайҙарым минең аҙ..."

 

Йәне булһа, таш уйылыр ине

Һығылғанда ирҙәр йөрәге.

Батыр йыры бәғер киҫеп үткән,

Аяғүрә баҫҡан тирә-йүн.

 

Күлдән сыҡҡан сихри баһадирҙай,

Үҙән япҡан томан эсенән

Ҡалҡҡан Салауаттың яуҙаштары,

Һиҫкәнешеп йөрәк хисенән.

 

Батыр яурынына ҡулын һалған

Салауаттың ҡаҙаҡ юлдашы —

Күпте күргән яугир Йәноҙаҡ ҡарт –

Кәңәшсеһе, уйҙаш-моңдашы...

 

 

O

 

Йәноҙаҡтың әйткәне:

 

“— Ай, арҙаҡлым Салауат, бикәр ҡалдыҡ ҡамалып. Баҡсы, инде ни ҡылып, таш ҡапсыҡта ятабыҙ? Ҡорбашы, юлланайыҡ, тәндә ғәйрәт бар саҡта.  Аяҡҡа — бығау, үңәскә боға­лаҡ һалмаҫ элек караттар. Яйыҡ һыуын ки­сәйек, даланы үҙ итәйек. Һиндәй иштәктең унда тамыры күп борондан. Юлдаш итеп әкәңде, күтәр яуға ҡаҙаҡты. Шыйыҡ талдан уҡ юнырҙай һәр балапан — яу булыр. Яу булыр, ау, яу булыр, арҡаланыр тау булыр...”

 

— Әйҙә, батыр, Яйыҡ далаһына,

Эҙҙәребеҙ унда күмелер.

Сая рухың йәнә ирек тойор,

Ҡанаттарын йәйер күңелең.

Бар даланың атлы ҡаҙаҡтары

Һине яҡлап атын эйәрләр.

Кәрәк икән — тупраҡ ейерҙәр ҙә

Һинең өсөн бығау кейерҙәр.

 

Яйыҡ далалары ҡандай сәхрә! —

Ат уйнатып, бәйге асырға.

Үҙең кеүек алғыр дан егеттәр

Тыу аҫтына килеп баҫырҙар.

 

Ҡымыҙ шифаһынан, ҡыҙ наҙынан

Яраларың берсә уңалыр.

Аҫыл аҙаматтар айбар баҫһа,

Шөбһәләрең бермә юғалыр.

Әйҙә, батыр!..

Хәл ҡыл.

Бызмырлаһаҡ,—

Зиндан булыр беҙгә таш ҡапсыҡ.

Ана, ярһыу аҡбуҙатың күптән

Һине көтөп, нисек ер сапсый...

 

Салауаттың яуаплағаны:

*

Бөтә мәғдәндәргә мая —

Күгәреп ятҡан Уралым бар.

Күк Уралдан һут-нур алған

Моң шишмәһе — ҡурайым бар.

 

Сал Уралда тамыр йәйеп,

Ғүмер һөргән ил-халҡым бар.

Яуҙа уға ҡалҡан булған

Ир намыҫы, ир анты бар.

 

Яндыралар Уралымды —

Уны нисек ташлап китәйем?

Һындыралар ҡурайымды —

Уны нисек тапап үтәйем?

 

Ғазаплайҙар ил-халҡымды! —

Уға нисек күҙем йомайым?

Тураҡлайҙар тел-антымды —

Уға нисек түҙеп торайым?

 

Телгеләнде тәне,

Теткеләнде йәне,

Ҡанһыраны халҡым йөрәге...

Шул хәлендә уны ташлап китһәм,

Яуыбыҙҙың бармы кәрәге?. .

 

**

Һыналған ҡоралдаштарым!

Хәлдәр хәйерле түгел.

Әммә йән ирке теләһәк,

Булайыҡ илдәй түҙем.

 

Эҙебеҙҙе күмһен ҡарҙар,

Сығайыҡ Ҡаратауға.

Яңы ҡуҙҙар баҙлатайыҡ

Был һуңғы изге яуға.

 

Йәнебеҙҙе һаҡламаҡтан

Ҡасһаҡ әгәр далаға,

Дошман баҫыр төйлөгәндәй,

Күпме генә тулама.

 

Урман ҡуйыны ҡыш ышыҡ,

Урал — ҡалҡан пулянан.

Ышаныслы һаҡтарыбыҙ

Ҡурсый яуыз түрәнән.

 

Ҡабат туплана алмаһаҡ,

Ҡараға баҫыу менән

Китербеҙ Яйыҡ яғына —

Йәноҙаҡ дуҫ иленә …

 

O

 

 “Кешеләр кеше тураһында ғына түгел, хатта ат тураһында ла хәстәрлек күрәләр...” (Салауат Юлаевтың Өфө төрмәһенән яҙған хатынан.)

 

Ер сатнатыр сасҡау ҡара көҙҙөң

Һуңғы япраҡтары ҡалтырай.

Ер яраһы өҫтөндә ил батыры

Ҡамыт-бығау ҡосоп ултыра.

 

Ер ярығы хатта үтеп киткән

Төрмә иҙәндәрен сатнатып.

Батыр шымған, шул ярыҡҡа бағып,

Үҙ хәленән үҙе шаҡ ҡатып:

 

“Ер ярығы!

Хибесханаларҙы[1]

Сатнатырғамы әллә иҫәбең?

Ҡылдай ярыҡ донъя ярыр, тиҙәр,

Үткәнһеңме шуны киҫәтеп?

 

Ер ярығы!

Былай булғас һине

Ул ниәткә икән ҡотҡорлоҡ!

Сатнат, емер хибес, зиндандарҙы,

Бөтһөн әйҙә ерҙә тотҡонлоҡ.

 

Ай-һай, ярыҡ!..

Сатнатырһың да ул,

Емерә алмаҫһың әммә хибесте.

Өфөләрҙә хибес ауыу менән

Империяла тотҡон кәмерме?..

 

Мин дә —

(Әллә ер ярығы һымаҡ?) —

Батшалыҡҡа ҡаршы уҡталдым:

Ҡоллоҡ диуарҙарын ватмаҡ булып,

Әрәм генә итеп уҡ аттым?..

 

Эх һин, ярыҡ...

Һин бит — ер яраһы.

Мин дә яра — илдең яраһы.

Һин сатнатһаң хибесхана иҙәнен,

Бөтә Рәсәй беҙҙән сатнаны...

 

Һаташаммы әллә? —

Ер ярығы

Күҙгә күренә төпһөҙ упҡындай.

Был яҙмышым — зая ғүмеремдең

Башы ғына тамуҡ утында...

 

Ғүмер, ғүмер...

Көл аҫтында күмер

Булып ҡына баҙлау ҡалдымы?

Ә бар ине һүнмәҫ үрттәргә тиң

Янған сағың ярһып, талпынып...

 

Бер саҡ әҙәм асылына ҡайта,

Ташҡын ҡайтҡан кеүек ярына.

Асылымды табыу түгел был мәл,

Хыялдарҙан башым арына...”

 

Ҡаҡ иҙәндән тороп, бығау һөйрәп,

Тар тәҙрәгә килде Салауат.

Уңда — тынып ҡалған Ағиҙелкәй,

Алда — баҙар. Халыҡ ҡайнаша...

 

“Алҡын Иҙел!

Һинең дә бар икән

Шымып ҡалыр сағың, тын сағың.

Минең дә бар гүзәл Йүрүҙәнем.

Ҡасан уға ҡайтырмын тағы...

 

Күтәрелгәс һуңғы оло яуға,

Байыҡ сәсән үҙе оҙатты.

Ғәҙәтенсә хикмәтле һүҙ ҡатты,

Һөйгән бисәләрҙе илатты.

 

“— Уландарым,

батыр Салауатым!

Юрауҙарым минең юш килә.

Яугирлектә һеҙгә тиң ирҙәр юҡ,

Әммә еңеү — еңелеү ҡуш килә.

 

Беҙ белербеҙ:

Дошман дөмөккәндә

Ҡурай осҡайынан бал тамыр.

Әгәр инде...

Һеҙҙе дошман бөкһә,

Ҡурай осҡайынан ҡан тамыр...”

 

Эх остазым, Байыҡ Айҙар сәсән!

Юрауҙарың ҡалай юш килде:

Егеттәрем барҙы арыҫландай...

Әммә дан һәм хурлыҡ ҡуш килде.

 

Әүәл шатлыҡ һеҙҙе йыуатҡандыр,

Ҡурай осҡайынан бал тамып.

Аҙаҡ хаслыҡ илде илатҡандыр,

Ҡурай осҡайынан ҡан тамып.

 

Рәнйей яҙҙым башта:

Хәүеф һиҙгәс,

Ник әйтмәнең, Байыҡ сәсәнем?

Һыу төбөнә ҡарап юраныңмы —

Күпме яугир ҡанға сәсәне!..

 

Хәҙер генә белдем, аҡһаҡалым,

Хикмәтеңдең булған тел төбө:

Шул ҡурайға бағып, арсалайһың

Киләсәген илдең, йүн-көнөн.

 

Яуым бөлдө,

Илем имен ҡалды,

Урал ҡуйынына йәшенеп.

Кисер, Байыҡ сәсән,

Кисә бит мин

Бөгөнгөнән күпкә йәш инем...

 

Онотмамын был һүҙеңде, остаз,

Онотмаһаң ине беҙҙе лә.

Беҙгә иҫән ҡалыу фарыз түгел,

Ил хәтере беҙгә ҡәҙерле.

 

Тән яраһы алдым урманымда,

Ажар айыу менән алышып.

Йән дауаһы таптым Уралымда,

Халҡым өсөн ирек даулашып.

 

Тән яраһын илем уңалтыр ул, —

Тере ҡалһа өмөт орлоғо.

Йән яраһын йылдар уңалта алмаҫ —

Кемгә еңел еңелеү хурлығы?!

 

Эҙләмәнем юлдың икенсеһен —

Ҡаным менән тамға ҡуйылған

Уҙған юлым — халҡым күҙ алдында,

Урал тупрағына уйылған...

 

Кем тип иҫләр беҙҙе килер быуын,

Йөрәгендә урын һыуытмай:

Уралында башҡорт йәшәр булһа,

Беҙҙе лә ил, бәлки, онотмаҫ...”

 

Тар тәҙрәнең рәшәткәһен матҡып,

Оҙаҡ торҙо батыр уйланып.

Үҙе — биктә,

Рухы — иректәрҙә

Бар Уралды иңләп-буйланы.

 

Кем — төрмәлә,

Кем — тирмәлә, тимәй,

Шаулап тора Өфө баҙары.

Дүрт Юл халҡы алыш-биреш итә...

Кемгә — табыш,

Кемгә — ҡазаһы.

 

“Дүрт Юл халҡы бында! —

Башҡортостан

Ус төбөнә, гүйә, тупланған.

Бына ҡайҙа юлдар төйнәлә лә,

Бына ҡайҙан хәбәр юллана!

 

Халыҡ беҙҙең һүҙҙе көтмәй булмаҫ,

Яҙыу кәрәк илгә өндәмә.

Изге ниәт,

Хаҡлыҡ һүҙе ерҙә

Аңлашылыр һәммә телдә лә.

Яҙыу кәрәк илгә өндәмә!..”

 

 

 

O

 

 “...Һәм, аҙаҡ килеп, һуңғы ауылда улар менән элекке 1754 йылдың 13 май көнөндәге Указ буйынса эш итергә: танауҙарын ҡыр­ҡып, маңлайҙарына һәм сикәләренә тамғалар һалып, Рогервикка мәңгелек каторга эшенә оҙатырға...” (Өфө провинциаль канцелярия­һының 1775 йылдың 6 июлендәге йәшерен эк­страктынан.)

 

*

Оҙатһа ла батша ил батырын

Урал тупрағынан йыраҡҡа,

Тыуған яҡтарына Салауаттан

Болоттарға һағып йыр аҡҡан.

 

Бер-бер артлы күкшел яҙҙар килә,

Ҡоштар ҡайта диңгеҙ ярына.

Таштарҙа мүк бер саҡ алтынлана,

Тулҡын ваҡыт менән ярыша...

 

Бығауҙарҙы ялап үтә тулҡын,

Ҡомдар йыша ауыр сынйырҙы.

Атылырҙай була йөрәк уҡтай,

Үткән саҡта ҡоштар сылбыры...

 

Бөтә ғазаптарҙы еңеп сыға

Ниәттәре изге ир генә.

Өҙөлөп-өҙөлөп илен һағынғанда

Һағыштарын баҫа йыр менән...

“Ҡайтыр инем тыуған илемә,

Ҡарҙар яуған минең юлыма,

Ҡарҙар яумаған, ай, юлыма,

Дусар булдым дошман ҡулына...”

 

**

Йәш тотҡондоң моңланғанын күреп,

Бер офицер килде эргәгә.

Салауат шым ҡалды, бары көттө

Тотонор, тип, хәҙер тиргәргә.

 

Офицергә оҡшай ошо тотҡон —

Ҡарсыға күҙ, бөркөт яуырын...

Һуҡтырырға бойороу урынына:

— Бирегеҙ, — тине, ҡағыҙ, ҡауырһын!

 

— Яҙ, каторжан, шул зарыңды хатҡа,

Тыуған Уралыңа илтермен:

Этап менән Себер үткән саҡта

Златоуста биреп китермен.

 

Офицерҙың асыҡ һөйләшеүе

Йәнләндерә төштө батырҙы:

“Хәйер, ғәжәпме ни тотҡон хәле?! —

Һөйәгеңдең ҡайҙа ятыры

Бер тәңрегә мәғлүм. Бөгөн — бында,

Ә иртәгә... ҡайҙа — кем белә?..”

 

— Ғали йәнәптәре, әллә беҙҙе

Алып китәһеңме Себергә?.. —

Һорағанын Салауат һиҙмәй ҡалды,

Күпме өмөт ошо һорауҙа:

Әгәр этап Себер китә икән,

Юл бит аша үтә Уралдан!

 

— Юҡ, каторжан,

һеҙҙең урын — бында.

Юлда үтә минең ғүмерем.

Рәсәй — киң ил.

Сиктән сиккә ҡыуып,

Батша күрә һалдат күңелен.

 

Һин, каторжан, һис тә ғәжәпләнмә,

Айырма бит беҙҙә юҡ һанда:

Һинең аяҡ-ҡулың бығауланған,

Бығау өйкәй минең рухымды.

 

Ә хәҙер — яҙ!

Минән бер изгелек

Булһын һиңә, башҡорт батыры! —

Сәләмеңде илтәм Уралыңа,

Булдыра алмайым шунан артығын...

 

Нисәмә йыл бығау батҡан ҡулға

Ҡауырһынды алып — мөғжизә! —

Теҙеп китте батыр аҡ ҡағыҙға...

Күңел ярын ташҡын-моң иҙә!

“Һин алыҫһың, Тыуған илем минең!

Уралыма әйләнеп тә ҡайтыр инем,

Бығауҙарым бар шул,

Башҡорттар...”

 

“Ниңә әле бындай төшөнкөлөк,

Ни уйларҙар унда туғандар:

“Баструктарҙа батыр һынғанмы?” — тип,

Йә әйтерҙәр: “Өнөн быуғандар...”

 

Ҡысҡыраһы килде Салауаттың,

Һиҫкәндереп алыҫ Уралды.

Ниҙәр ҡайнай бунтарь күкрәгендә,

Ниндәй дауыл тағы ҡуҙғалды?

 

Хәрефтәрҙе теҙҙе мәрйен кеүек,

Иретеп-иретеп һағыш утында.

Һәм ашыҡты

Һуңғы аманатын

Әйтеп бөтөрөргә бер тында:

“Юлдарымды көрттәр күмеп китер,

Иллә яҙын ҡарҙар иреп бөтөр,

Мин үлмәнем әле,

Башҡорттар!..”

 

* * *

Бер-бер артлы күкшел яҙҙар килер,

Ҡоштар ҡайтыр диңгеҙ ярына.

Таштарҙа мүк алтын төҫкә инер,

Тулҡын ваҡыт менән ярышыр...

 

Һай, томанлы Балтиканың күге...

Һай, ғазаплы ваҡыт ағышы...

Һай, Уралға осҡан ҡош тауышы,

Һай, ирекле ҡанат ҡағышы —

 

Сирек быуат уттан алып утҡа

Һала улар тотҡон йөрәген.

Ил иңенә ләкин һалмаҫ батыр

Өлөшөнә төшкән күрәһен.

 

Оҙатһа ла батша ил батырын

Урал тупрағынан йыраҡҡа,

Тыуған яҡтарына Салауаттан

Болоттарға һағып йыр аҡҡан...

 

O

 

Турат һунарсыһы Ураҙғолов, ҡулына алып ҡырлы ҡурайын, Сағылтауҙың баҫып ҡурғыһына һыҙҙырғанда шанлы “Урал”ын, эй талпына талда һандуғасҡай, эй өҙҙөрә генә ҡурайҡай! Быуаттарҙы ялғап быуаттарға, та­рих төпкөлдәрен йыр айҡай... Малайҙарҙы — минең ҡорҙаштарҙы иң ныҡ елкеткәне — “Са­лауат”: йөрәктәргә набат булып ҡаға батыр тураһында заң-ауаз: “Сал бөркөткәй ташҡа оя яһар, балаларын атып алһаң да, Салауаттай ирҙәр баш эймәҫтәр, аяҡ-ҡулына бығау һал­һаң да...” (Халыҡ йырынан.)

 

*

Рогервикка килдем.

Балтиканың

Ҡомдарын атлап үткәнһең.

Зинданыңа индем.

Таш ҡапсыҡты

Күптән һүтеп сығып киткәнһең.

 

Тора буламы һуң азат рухың

Зиндан ситлегенә бикләнеп!

Хаҡ исемең айҡай ҡитғаларҙы,

Ә бығауың ята мүкләнеп.

 

Күрҙем һине:

Эстон туғандарға

Ау һөйрәштең — балыҡ һөҙөштөң.

Тау-тау таштар йөкмәп, йылдар буйы

Тулҡын ҡаҡҡыс дамба төҙөштөң.

 

Ҡалған саҡта Рәсәй хәтәр хәлдә,

Ҡуйып торҙоң ирек даулауҙы, —

“Төньяҡ амурҙарын” әйҙәп барҙың

Баҫтырғанда француз яуҙарын.

 

Ул ғынамы!..

Гитлер вәхшиҙәрен

Илдән ҡыуып, өңөнә ҡамаштың...

Төрлө телле, әммә татыу ҡорҙа

Күтәрештең тағы КамАЗ-ды.

 

Үҙләштерҙең сиҙәм,

Һалыштың БАМ...

Һин — халҡымдың өлгөр батыры,

Һәм символы оло көрәштәрҙең,

Таңдарымдың имен атыуы.

 

Бөйөклөгөң менән бейек булһаң,

Яҡты уйың менән яҡынһың.

Талпынғанда тыуыр таңдарыма,

Болоттарҙа яна ялҡының.

 

Баҙнаттарым етмәй торған саҡта,

Сәйерерәк миңә ҡарашың.

Үртәләһең:

Дауҙа артҡа сикһәм

Йә йөрөһәм көндөҙ аҙашып.

 

Ерҙә тиңһеҙ ирек яуы бара —

Байрағыңды тотам юғары.

Мин — хәҡиҡәт өсөн ат эйәрләп,

Һинең эҙҙән сыҡҡан һыбайлы.

 

Салауатым! —

Ҡотло атыр таңым,

Рух ныҡлыҡтарына һынауым.

Көрәш аманатлы фарманыңды

“Үтә!” — тиеп миңә һонаһың.

 

Салауатым! —

Тоғролоҡҡа антым,

Илдән-илгә дуҫлыҡ мандатым,

Һин бөгөн дә — көрәш сафтарында,

Ватанымдың тоғро һалдаты.

 

Илкәйеңә ирек яулағанда

Һайлағанһың юлдың тураһын.

Ә һөргөндән илгә ҡайтҡаныңда

Оҙон-оҙон юлдар ураның...

 

Һәйкәл ҡалҡҡан ярҙа ер ярылған...

Килеп баҫтым нәҡ шул яраға.

— Ер яраһы! Һиңә баҫҡан һайын

Йөрәгемдә йәшен ярала!

 

Ни баҙнаты етеп сатнатҡан бит

Ерҙе ҡара ҡыштың сасҡауы?!

— Ил батыры!

Гүйә, мине һиңә

Тоташтырған ерҙең сатнауы.

 

**

Ике Башҡортостан күҙ алдымда,

Күҙ алдымда ике замана:

Береһе уның — батша ҡулдарынан

Һине йола алмаған Салауат.

 

Тәбиғәте, уйы менән кеше

Булған хас та дала кейеге.

Бүгәс бүләк иткән иректе лә

Аңлағандыр: “тараф киңлеге”.

 

Ҡамсы эҙҙәренән ҡара янған

Тәне менән ҡаплап батырын

Алып ҡала алмаған халҡым, әммә

Яҡынайтҡан ал таң атырын.

 

Бөтә Урал дәррәү ҡуҙғалмағас,

Ҡалҡа алмағас бер йән, бер төптән,

Ҡоллоҡ сылбырҙарын йолҡа алмаған,

Ҡанаттары һынған бөркөттәй ...

 

Халыҡ мөхәббәте, әрнеүҙәре

Салауатҡа барған эйәреп.

Батыр рухын һаҡлап быуындарға,

Сал Уралы ята күгәреп ...

 

***

Ике Башҡортостан күҙ алдымда,

Күҙ алдымда ике замана:

Икенсеһе уның —

Батыршалар,

Салауаттар, һеҙҙән аманат.

 

 

Ул аманат — яҡты республикам,

Тиңдәр араһында тиңгенәм;

Күкрәп үҫкән дуҫлыҡ баҡсаһындай,

Башҡортостан тигән илгенәм.

 

Ерҙә рухың менән азат йәшәү —

Бар теләге булған халҡымдың.

Бөгөн Урал төпкөлдәрен нурлай

Дуҫлыҡ тигән йөрәк ялҡыны.

 

Күпме һынауҙарҙы үтте илем,

Онотманы һине, Салауат, —

Исемеңде йөрәк йыры иттек,

Ваҡыт ағышынан аралап.

 

Быуат-быуат килгән хыялдарың,

Өмөттәрең күптән үтәлде.

Халыҡ һиңә булған мөхәббәтен

Ил тамғаһы итеп күтәрҙе.

 

****

Илдә ҡалҡты күпме аҫыл ирҙәр

Батыр яраһынан яралып.

Яу ҡырында исеме яңғырау менән

Дошман яуы китә таралып...

 

Замандашым!

Һиндә — батыр ҡоно,

Миндә лә ул — батыр яраһы.

Яҙмышыбыҙ әгәр — көрәш икән,

Шул бер утта бергә янаһы.

 

Батыр яраһы ул — ил яраһы:

Ҡаныбыҙҙа һыҙлай ул яра.

Тамға кеүек күсер быуындарға,

Уҙғанда ла Тарих күп ара.

 

Гел бер тойғо өйкәй йөрәгемде:

Гел яралы кеүек Салауат.

Урал ҡаялары иңрәй кеүек,

Ҡайҙа ҡолаҡ ҡуйып ҡарама.

 

Салауаттың яралары яныр,

Әйҙәп беҙҙе яңы көрәшкә.

Ирек ҡаны ташҡан йөрәгенең

Тамырҙары беҙгә берешкән.

 

*****

Күрәм:

Батыр билдән диңгеҙ кисеп,

Нур ептәрен һалып иңенә,

Камчатканың сопкалары аша

Ҡояш тартып килә иленә...

 

Замананың ярһыу атын тыйып,

Гел алдымдан елә Салауат.

“Әйҙә-ә-ә!..” тигән дәртле оранынан

Йөрәгемдә йәшен ярала.

 

Быуаттарҙың билен һығылдырып,

Заман менән елә Салауат.

Хыялдары, эше, йөрәк моңо

Бөгөнгөмә ниндәй ауаздаш!

 

Халҡы алдында батыр —

Мәңге юлда,

Атланған да аҡбуҙ атына.

Изге көрәш юлы шулай оҙон —

Быуаттарҙы аша артыла,

Батырҙарҙы әйҙәй артынан...

 

Елә заман.

Зыңлап китә йылдар,

Толпар тояғына ҡаҡлығып.

Елә батыр,

Гиҙеп донъяларҙы, —

Көрәшенең раҫлап хаҡлығын.

 

1979-80

 

[1] Хибесхана (ғәрәпсә) – төрмә.