Башҡортостаның — илең

Башҡортостаның — илең

 

Татарстандың халыҡ шағиры

Роберт Миңнуллинға.

 

Һандуғасты көнләштереп,

Татарса йырлаһаң да,

Татарҙың бер шәме булып

Ҡаҙанды нурлаһаң да,

Һин бит — Башҡортостандыҡы,

Илеш тупрағыныҡы.

 

Йырың — тыуған моңдарҙыҡы,

Һүҙең — беҙҙең һүҙҙеке,

Сөнки Сөн буйҙарыныҡы,

Үҙең — үҙебеҙҙеке!

 

Халҡыңдың тере йәне һин,

Татарҙың бер сазы һин,

Башҡортостаныңдыҡы һин,

Башҡорттоң да даны һин.

 

Башҡортостан — гөлбостан,

Урманстан, таустан,

Һин дә шунда тыуып үҫкән

Имән заттан, тау заттан.

 

Әгәр ҡороһа тамыры.

Имәндәр ҙә бер ауа.

Тупрағынан айырылғас,

Ағас — бүрәнә була.

 

Һинең өсөн иң ғәзиз ер —

Ул бер Башҡортостаның,

Сөнөңдә — бар инештәрең,

Илештә — тамырҙарың.

Сөндөң данын һин күтәрҙең,

Сөнки Сөн бит — һинеке.

Сөн дә һине күккә сөйҙө,

Һин үҙең дә Сөндөкө.

 

Сит яҡта ла табып була

Һут, һөт тулы туҫтаҡты.

Әммә ситтән табып булмай

Үҙең тыуған тупраҡты,

Аунап үҫкән тупраҡты.

 

Тәпәй баҫҡан ер ҙә берәү,

Һинеке — Башҡортостан.

Икеләнһәң,

ҡәберҙе лә

(Тағы ла бер илленән һуң!)

Һайларһың башҡа остан.

 

Иҙелдәрҙе һыулаһаң да,

Татарса йырлаһаң да,

Татарҙың бер даны булып,

Донъяны ураһаң да,

Һин бит — Башҡортостандыҡы,

Урал тупрағыныҡы.